Республикала “Шифахана-2017” форумы дауам итә

  • Республикала “Шифахана-2017” форумы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала “Шифахана-2017” форумы дауам итә. Уның сиктәрендә Рөстәм Хәмитов туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Сафронов менән осрашты. Тармаҡҡа шәхси инвестициялар йәлеп итеү-төп мәсьәләләрҙең береһе.

Тиҙҙән “Красноусол” шифаханаһында инвестор иҫәбенә яңы корпус төҙөләсәк, “Янған-тау” шифаханаһында ла эште ошо уҡ ысул буйынса ойоштороу ҡарала, тине республика башлығы.

Башҡортостанға туристарҙы күпләп йәлеп итеү маҡсатында махсус кластерҙар ойоштороу ҡарала. “Бөрйән” кластеры, әйтәйек, Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Бөрйән райондарының ҡеүәтен берләштерә. Эш күләме 1 миллиард 700 миллион һумға баһалана. Әлегә инвестор был проектҡа 730 миллион һум аҡсаһын һалған. Башҡортостанда шулай уҡ сәнәғәт туризмын да үҫтереү ҡарала. Бының өсөн күләмле инвестициялар талап ителә.



Последние новости

Яндекс.Метрика