Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Франция президенты Эммануэль Макрон менән һөйләшеү йомғаҡтары буйынса үткәрелгән матбуғат осрашыуында Рәсәй президенты Владимир Путин Франция киң мәғлүмәт сараларын санкциялар һәм сикләүҙәргә ҡаршы көрәшергә саҡырҙы.

Мудис рейтинг агентлығы һуңғы 30 йылда тәүге тапҡыр Ҡытайҙың оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән кредит рейтингын төшөрҙө. Агентлыҡ белгестәре киләһе йылдарҙа илдең финанс мөмкинлектәре кәмейәсәк, тип фаразлай.

ОПЕК министрҙары һәм был  ойошмаға инмәгән илдәр киләһе йылдың мартына тиклем нефть сығарыуҙы сикләргә йыйына. Был аҙым баҙарҙа ҡара алтын запастарын тотороҡларға ярҙам итәсәк.

Венесуэланың башҡалаһы Каракаста полиция менән бәрелештәрҙә 250 кеше яраланған. Уларҙың араһында оппозиция лидерҙары ла бар. Халыҡ ил президенты Николас Мадуронан ваҡытынан алда һайлау үткәреүҙе талап итә. Мадуро тик конституцияға үҙгәрештәр индереү генә Венесуэлаға тыныслыҡ алып киләсәк, тип раҫлай.



Последние новости

Яндекс.Метрика