Бөгөн Өфөлә республиканың ата-әсәләр форумы асылды

Балаларҙы яҡлауҙың һөҙөмтәһен күрер өсөн ғаиләне яҡлау зарур. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда беренсе тапҡыр ойошторолған ата-әсә форумында республикала әсәлек, балалыҡ һәм ғаилә мәсьәләләрен хәл итер өсөн айырым һәм берҙәм ведомство кәрәк, тип белдерҙе. Ата-әсә форумының 1 июндә, халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә үтеүенең символик мәғәнәһе бар. Киләсәк быуынды яҡлауға йүнәлтелгән дәүләт сараларында ата-әсәнең әүҙем ҡатнашлығы мөһим. Тәрбиә, белем биреү, сәләмәтлек, ял итеү кеүек мөһим тармаҡтарҙы көйләгән ҡарарҙар, ошо өлкәләге сәйәсәтте камиллаштырыуҙа улар үҙ тәжрибәһенә таянған етди тәҡдимдәрен индерергә бурыслы. Рөстәм Зәки улы тормош тотҡаҺы булған ғаилә мәнфәғәттәре яҡлы министрлыҡ ошо мәсьәләне хәл итер ине, тигән фекерҙә.Ғаилә министрлығының көн талабы икәнен Рәсәйҙең бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Анна Кузнецова ла хупланы. Балалар омбудсмены фекеренсә, был ведомствола ғаилә проблемалары менән яҡындан таныш белгестәр эшләүе мөһим. Бөгөн иһә балаларҙың агрессив мәғлүмәткә дусарлығы етди боросолу тыуҙыра. Форумда ҡатнашыусылар фекер алышыуҙы тематик  секцияларҙа дауам итте. Тикшерелгән мәсьәләләр буйынса ғаилә һәм балалар мәнфәғәттәрен яҡлауға ҡағылышлы тәҡдимдәрҙе республика етәкселеге, министрлыҡ һәм ведостволар исеменә юлларға ҡарар итте.Балаларҙы яҡлауҙы талап иткән өлкәләр етерлек. Улар араһында бөгөн мәғлүмәти хәүефһеҙлек етди иғтибар үҙәгендә. Республикала үткән беренсе ата-әсә форумында ҡатнашыусылар ил Президенты иғлан иткән “Балалыҡ ун йыллығы” бурыстары исемлегенә ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса эшлекле тәҡдимдәр индерҙе. 



Последние новости

Яндекс.Метрика