Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Афғанстанда Ҡабул ҡалаһының уртаһында, бик күп илдәрҙең илселектәре урынлашҡан урамда террор ғәмәле. Германияның дипломатик миссияһы урынлашҡан бина янында шартлатҡыс тултырылған автомобиль шартлаған. Кәм тигәндә 80 кеше һәләк булған, 350 кеше яраланған.

“Адмирал Эссен” фрегатынан һәм “Краснодар” һыу аҫты кәмәһенән Рәсәйҙең хәрби-диңгеҙ флоты Сүриәнең Пальмира ҡалаһы янында Ислам дәүләте террор ойошмаһы позицияларын утҡа тотҡан. Ҡанатлы “Калибр” ракеталарының барыһы ла тәғәйенләнгән урында шартлаған.

Венесуэланың башҡалаһында күләмле акциялар дауам итә. Көн һайын тиерлек  меңләгән кеше урамға сығып президент Николас Мадуронан ваҡытынан алда һайлау үткәреүҙе талап итә.  Мадуро тик конституцияға үҙгәрештәр индереү генә Венесуэланы көрсөктән сығара ала, тип иҫәпләй.

Киевтың уртаһы ысын мәғәнәһендә һаҫый башлаған. Үҙәк урамдарҙың береһендә һыу торбаһы тишелеп 7-се ҡатҡа тиклем һыу атылған. Автомобилдәргә зыян килгән, эргәләге йорттарҙың тәҙрәләре ватылған. 



Последние новости

Яндекс.Метрика