Башҡортостанда көслө ел һәм ҡойма ямғырҙар көтөлә

  • Башҡортостанда көслө ел һәм ҡойма ямғырҙар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда көслө ел һәм ҡойма ямғырҙар көтөлә.

Елдең тиҙлеге секундына 22 метрғаса етеүе ихтимал. Уҙған төн Туймазы көслө дауыл аҫтында ҡалды. Ҡала урамдарын бер-нисә минутта һыу баҫты. Йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Миәкә районында айырым ауылдар утһыҙ ҡалған. Көслө ел ағастарҙы, ҡоймаларҙы, электр тапшырғыс линияларҙың бағаналарын  йыҡҡан. Өфөлә лә көслө ямғыр сәбәпле бер-нисә урам һыу аҫтында ҡалды. Мәскәү дауылы Татарстандың ҡайһы бер райондарында ла ҡоторҙо. Тәбиғәттең беҙҙең яҡтарға хас булмаған күренеше-ҡойонға ла шаһит булды күрше республикала йәшәүселәр. Ул йорт ҡыйыҡтарын алып ырғытҡан, шәхси хужалыҡтарға бик күп зыян килтергән. 



Последние новости

Яндекс.Метрика