Өфө халҡы медицина учреждениеларындағы ҙур сираттарға зарлана

Сөнки, улар түләүле медицина белешмәһе алыр өсөн оҙаҡ ваҡыт психиатр һәм наркологты көтөргә мәжбүр. Махсус пункттарҙың матди-техник базаһы ла иҫкергән. Кешеләргә ниндәй ауырлыҡ менән справка алырға тура килә. СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы Психиатрия дауаханаһының махсус пунктында сират шул тиклем ҙур, кешеләр хатта кемдең кем артынан икәнен белмәй, ғауғалаша. Кемдер эшкә урынлаша, бәғзеләре водитель таныҡлығын алмаштыра, ә ҡайһы берәүҙәр ҡоралға рөхсәт алырға теләй. Уларҙың барыһын да бер бүлмәлә ҡабул итәләр. Һөҙөмтәлә психологтан медицина белешмәһе алыр өсөн бер-нисә сәғәт көтөргә мәжбүрҙәр.Кешеләр әйтеүенсә, ҡайһы берҙә сират шундай ҙур була, хатта коридорҙан үтерлек түгел. Табиптар иһә төшкө ашҡа ла туҡтарға ваҡытыбыҙ юҡ, тип зарлана. Дауахана етәкселеге билдәләүенсә, бүлмәләр етешмәүе лә ҡабул итеүҙе тотҡарлай.Психолог һәм наркологтан медицина белешмәһе алыр өсөн бөтә республиканан Өфөгә киләләр. Ошоға күрә сират ике тапҡырға артҡан. Табиптар өлгөрмәй башлағас, хәҙер халыҡты икенсе дауаханаларға йүнәлтә. Медицина белешмәләре түләүле. Наркологтан һәм психиатрҙан белешмә алыр өсөн кешеләргә 800 һумдан ашыу аҡса түәләргә кәрәк Сират, бүлмәләр иҫкергән, хатта ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн айырым бәҙрәф юҡ.Кешеләрҙең дәғүәләре бихисап. Дауахана етәкселеге уларҙы тыңлап, хәл итергә вәғәҙәләй.Сираттарҙың артыуын Федераль закондағы үҙгәрештәр менән бәйләйҙәр. Наркология диспансерына ҡараған пункттарҙа анализдарҙы тиҙ арала эшләү өсөн ҡеүәтле медицина ҡорамалдары ла һатып алынған.Наркология диспансеры һәм психиатрия дауаханаһы етәкселеге хәҙер бөтә етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып, мәсьәләне күҙәтеүгә аласаҡ.Анализ тапшырыу һәм медицина белешмәһе алыу өсөн тәғәйенләнгән пункттарҙа сираттарҙы кәметеү маҡсатында киләһе аҙнала Революция урамындағы ошо йортта өҫтәмә бүлмә асыу ҡарала. Ул Өфө халҡын һәм республика кешеләрен хеҙмәтләндерәсәк, тип көтөлә.Был саралар мәсьәләне хәл итерме – ваҡыт күрһәтер. Әммә, табиптарҙың эш шарттарын һәм кешеләрҙе хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу мәсьәләһе көн кеүек асыҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика