Өфө аэропортында Эбола вирусы менән пассажирҙы эвакуацияланылар

Өфө аэропортында Эбола вирусы менән пассажирҙы эвакуацияланылар. Күнекмәләр сценарийы буйынса, Монровия-Өфө рейсы буйынса осҡан самолетта вирус йоҡторған кеше асыҡлана. Бынан тыш, салонда уның менән аралашҡан башҡа пассажирҙар ҙа эвакуациялана. Улар ҙа вирусты йоҡтороусылар тип иҫәпләнә. Күнекмәләр барышын хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов күҙәтте.

Салонда вирус менән сирле пассажир булыуы асыҡланғас, шунда уҡ, аэропорт вәкилдәре һәм башҡа хеҙмәттәр һауа судноһын ҡабул итергә әҙерләнә. Улар ваҡытында килеп етә һәм эшкә тотона.

Пассажирҙың тәнендә таптар бар һәм температураһы күтәрелгән. Шуға күрә, сирлене махсус контейнерға урынлаштыралар һәм табиптарға тапшыралар.

Эбола вирусын һауа аша йоҡтороп булмай. Шулай ҙа, пассажирҙың барлыҡ шәхси әйберҙәре эшкәртелә.

Эбола вирусы менән сирләгән кеше менән ҡуша, алғы һәм артҡы рәттә ултырған пассажирҙар ҙа эвакуациялана. Улар ҙа дауаханаға оҙатыла һәм тикшереүгә алына.

Күнекмәләргә аэропорттың ғына түгел, ә ҡаланың да бихисап хеҙмәттәре йәлеп ителде. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү  белгестәре билдәләүенсә, бындай саралар бөтә ойошмаларҙың берҙәм эшләүен тәьмин итеү маҡсатында үткәрелә.

Һуңғы тапҡыр Эбола вирусы 2016-сы йылдың көҙөндә Африка дәүләттәрендә теркәлә. Табиптар билдәләүенсә, Рәсәйҙә әлегә ул асыҡланмаған. Әммә, оператив хеҙмәттәр бындай ғәҙәттән тыш хәлдәргә һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш.

Рәсәй туристары йәйен күпләп сит илдәрҙә ял итергә ярата. Әммә, ниндәйҙер дәүләткә барыр алдынан, белгестәр ундағы хәлде белешергә кәңәш итә. Эбола вирусынан бөгөнгә 11 меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән. 



Последние новости

Яндекс.Метрика