“Ал сәскә” беренсе телевизион конкурс еңеүселәре билдәләнде

“Ал сәскә” беренсе телевизион конкурс еңеүселәре билдәләнде. Беҙҙең телеканал Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә республиканың иң һәләтле йәш йырсылары, музыкант һәм бейеүселәрен бергә тупланы. Йәш йондоҙҙар тамашаһы тураһында  беҙҙеү киләһе сюжет.

Учалы районынан килгән 9 йәшлек Ләйсән Золотарева 3 төрлө музыка ҡоралында уйнай. Профессиональ белеме һәм ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһағаны булмаһа ла, һәләтле ҡыҙ оло сәхнәгә сығыуҙан  ҡурҡмайым ти.

Һәләтле балаларҙың «Ал сәскә» беренсе телевизион республика конкурсы был юлы  «Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»ның 90 йыллығына арналғайны. Март айында башланған конкурсҡа республиканың төрлө район-ҡалаларынан ике меңдән ашыу ғариза ҡабул ителде.

Конкурстың финал өлөшөнә һайлап алынған 26 йырсы, музыкант һәм бейеү коллективтары  араһынан иң-иңдәрҙе билдәләү бурысы  республиканың билдәле сәнғәт әһелдәренә йөкмәтелгәйне. 

Артабан сараның иң тулҡынландырғыс мәле килеп етте. Жюри ағзалары һәм ойоштороусылар еңеүселәрҙе билдәләне. Гран-прины Өфөнән йәш саксофонсы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Рафаэль Петров яуланы.

Учалы районынан килгән Ләйсән Золоторева Башҡорт халыҡ йыры менән тамашасы һөйөүен яулағаны өсөн махсус бүләккә лайыҡ булды.

Һәр ҡатнашыусы төрлө ҡимәтле һәм иҫтәлекле бүләктәрҙән тыш, шулай уҡ бейеү һәм сәнғәт уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинлеген алды. 



Последние новости

Яндекс.Метрика