Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Ҡытайҙа нефть-химия заводында шартлауҙа кәм тигәндә 8 кеше һәләк булған. Завод биләмәһендә шыйыҡ газ тултырылған цистерна шартлаған. Утты һүндереүгә 900 ҡотҡарыусы һәм янғын һүндереүсе 170 машина йәлеп ителгән.
Лондондағы теракттар ҡорбандары иҫтәлегенә Парижда Эйфель башняһында ут һүндерелгән. Лондон күперендә өс террорсы йәйәүлеләрҙе тапатып, һуңынан халыҡҡа бысаҡ менән ташланғайны. ИГИЛ террор ойошмаһы террор ғәмәле өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған.
Лондонда йәшәүсе мосолмандар терактта һәләк булғандарҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм ИГИЛ-ға протест белдерҙе. Бөйөк Британияның мосолмандар шураһы ла махсус мөрәжәғәт менән сыҡты. Унда “Изге Рамаҙан айында бындай аҙымға тик дине булмаған кеше генә бара ала,”-тип әйтелә.
Ростов өлкәһендә тракторҙарҙа “Бизон Трек шоу-2017” тип аталған экстремаль ярыштар үтте. Быйыл механизаторҙарға трамплинлы 15 саҡырымлыҡ ауыр трассаны үтергә тура килде. Ярышта Ставрополь крайы фермеры еңеү яулаған.

«Салават Юлаев» уступил «Трактору» в первом матче серии Кубка Гагарина

Дешевле не стало: о счетах за тепло - завтра в интервью с председателем уфимского горсовета

В широкий прокат выходит фильм «Отряд Таганок» режиссера Айнура Аскарова

Вернут уроки по 45 минут: Радий Хабиров изменил указ о режиме повышенной готовности

В Уфе наградили победителей V Республиканского конкурса «Женщина – мать нации»

Последний генсекретарь: платформа СМОТРИМ представляет фильм о Михаиле Горбачеве
- 1 из 5300
- следующая ›