Парламенттың сираттағы ултырышы 14 июнь үтәсәк

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумы республика парламентының 43-сө пленар ултырышын үткәреү көнөн раҫланы һәм көн тәртибенә сығарылған закон проекттарын билдәләне. Депутаттар Дәүләт Йыйылышының Федерация Советындағы вәкиле Рафаил Зиннуровтың 2016 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәтен тыңларға, шулай уҡ  төбәктә ауыл хужалығын үҫтереү программаһының үтәлешен ҡарарға ниәтләй. Республика парламенты тарихында беренсе тапҡыр депутаттар алдында Һалым һәм йыйым Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең сығыш яһауы көтөлә. Президиум ағзалары тағы ла 18 закон поектын 14 июндә үтәсәк пленар ултырышта тикшерергә сығарырға ҡарар итте. 



Последние новости

Яндекс.Метрика