Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн компенсациялар ҡайтарыласаҡ

  • Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн компенсациялар ҡайтарыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Республика парламентының киләһе ултырышында ошо туралағы закон проекты ҡараласаҡ. «Башҡортостанда мәғариф тураһында» Законынға быйыл ғинуарҙа индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, ғаиләнең килеме һәр кешегә йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға артмаған осраҡта ғына компенсация алыу хоҡуғы һаҡлана ине. Документ ҡабул ителгәндән һуң мохтажлыҡты иҫәпкә алмайынса граждандарҙың бөтә категорияһына ла компенсацияларҙы ҡалдырыу үтенесе менән халыҡтан байтаҡ мөрәжәғәттәр булған. Алдағы ултырышта законға тейешле үҙгәрештәр индереү ҡараласаҡ, уның һөҙөмтәһендә бөтә ғаиләләр ҙә йәнә компенсация алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. 



Последние новости

Яндекс.Метрика