Йәйге ял һәм хеҙмәт лагерҙары үҙ ишектәрен асты

Был юлы сәләмәтлек үҙәктәрендә 390  мең уҡыусы үҙ һаулығын нығытып, файҙалы эш менән шөғөлләнә аласаҡ. Кампания уҙғарыу республика ҡаҙнаһына милилард алты йөҙ миллион һумға төшәсәк. Республикала әле ҡала янында 98  лагерь, 30 шифахана, мең ярым көндөҙгө үҙәк кескәйҙәрҙе ҡабул итергә әҙер. Йәш сәйәхәтселәр өсөн иһә айырым программалар ҡаралған. Башҡортостанда белем алған меңдән ашыу уҡыусыны Артек, Орленок һәм Ҡырымда көтәләр. Мәктәп лагерҙарында ял итеүселәр менән хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева осрашты. Ватанға һөйөү, тарихҡа хөрмәт тәрбиәләү һәм хәрби әҙерлек өсөн физик сәләмәтлекте нығытыу. Өфөләге 97-се мәктәптең кадет-казак класы уҡыусылары ял сәғәттәрен күңелле һәм фәһемле үткәрә. Маҡсаттары – казактар тарихын өйрәнеү, тормош һәм эшмәкәрлек хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үҙләштереү, ҡул һуғышында көс һынау.Дәрестәрҙе бында “Казачья рада” ойошмаһы вәкилдәре, отставкалағы офицерҙар алып бара. Уҡыусылар Башҡортостан казактарының көнкүреше һәм йолалары тураһында мәғлүмәт туплай.Был уҡыусылар 2017 йылдың 18 февраленән Рәсәй юнармияһы сафында. Лагерь сиктәрендә улар юнармия менән берлектә ойошторолған экскурсияларҙа ҡатнаша. Хәрби дан музейына, тирға, Өфө районындағы хәрби частаргә барырға йыйына. Америка-башҡорт интерколледжы иһә уҡыусыларҙы сит илгә сәйәхәткә саҡыра. Балалар бында тик инглиз телендә аралаша. Дәрестәрҙе Америка Ҡушма Штаттарының үҙенән килгән тел белгестәре бирә. Мәктәптә уҡылғандарҙы нығытыу, инглиз телен яратыу, ошо телдә һөйләшкән халыҡтар мәҙәниәтен өйрәнеү һәм уйын аша лидер һыҙаттарын үҙләштереү. Интерколледж уҡытыусылары йәйге лагерҙы ата -әсә теләге буйынса ун өсөнсө йыл ойоштора.Телмәр оҫталығынан тыш балалар башҡорт халҡы мәҙәниәтен инглиз теленә һала. Һабантуйға оҡшаш спорт һәм йола байрамдарында ярышып, Өфө һәм Башҡортостан картаһы буйлап экскурсиялар үткәреп төбәкте инглиз теле донъяһында таныта. Интерколледж лагерында ял итеү түләүле. Июнь аҙағына тиклем 70 баланан ғариза алынған. Шуларҙың утыҙы Өфөнөң 20-се гимназияһында урынлашҡан гуманитар лагерь тәрбиәләнеүселәре. Башҡаланың Совет районы мәктәп уҡыусылары иһә теләгән лагерын үҙе һайлап ала. Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында ғына дүрт лагерь асыҡ. Бында йәмғеһе 200-гә яҡын бада каникулын күңелле үткәрә. Сит телдәр гуманитар лагерынан тыш башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Ҡурай”, өлкән кластарға хеҙмәт һәм ял, урта класс уҡыусыларына “Ете ырыу” лагерҙары бар. Мәктәп лагерында барыһы ла төптән уйланған. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн берҙәм кейем өлгөһө лә, күмәк уйындар, ярыштар ҙа танышыу, аралашыу, дуҫлашыу өсөн.  Музей, театр, китапхана, китап нәшриәтенә сәйәхәт ҡылып, балалар телерадиостудияһы менән бәйләнеш тотоп балалар уҡыу йылында алған белемдәрен камиллаштыра, һәләттәрен ғәмәлдә файҙаланырға өйрәнә. Мәктәп лагерҙарының барыһы ла июндең 21-нә тиклем эшләй.



Последние новости

Яндекс.Метрика