Үҙен һөйөклө һәм бәхетле тойор, һис нимәнән ҡурҡмаҫҡа өйрәнер өсөн һәр балаға уйын кәрәк

Ошо алыштырғыһыҙ тормош шартын тәьмин итеү бөгөн ата-әсә иңенән йәмғиәт бурысы дәрәжәһенә күсә. Өфөлә физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн махсус уйын майҙансығы асылды.

Өс бала әсәһе Александра Кондукторова ҡыҙы Софьяны  урмансылар паркынан алыҫ йәшәүенә ҡарамаҫтан байрам ҡарарға килтергән. Мөмкинлеге сикле балалар осрашып уйнар урындарҙың ҡалала күп түгел, ә уңайлы булыуы мөһим, ти ул.

Инклюзив ял урындары мәсьәләһе илдә киҫкен тора. Өфөнөң Салауат Юлаев паркында эшләгән уйын майҙансығы мөмкинлеге сикле балалар һәм уларҙың ата-әсәһе өсөн әлегәсә берҙән-бер осрашыу урыны булһа, урмансылар паркындағыһы бындай ғаиләләрҙең аралашыу мөмкинлеген тағы ла киңәйтә.

Был майҙансыҡтың үҙенсәлеге – балаларҙы тиң ҡабул итеүендә. Электән спорт-уйын урыны булараҡ ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың һөйөүен яулап өлгөргән майҙансыҡ хәҙер мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн махсус элементтар менән байытылған. Башҡаланың Совет районы хакимиәте сығымдарҙы республиканың “Мәрхәмәтлек” хәйриә фонды менән уртаҡлашҡан.

Бергәләп уйнап бәләкәстәр үҙен йәмғиәттә тоторға, башҡаларға  тиң күрергә, йәштәштәр менән аралашырға өйрәнә. Өфөлә бындай  уйын үҙәктәре киләсәктә тағы ла күберәк булыр, тигән ышаныс бар.



Последние новости

Яндекс.Метрика