Бөгөн дәүләт наградалары тапшырылды

Сәнәғәт, иҡтисад, ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт – йәмғиәт өсөн ошоларҙың барыһы ла мөһим. Бөгөн республика башлығынан юғары Дәүләт наградалары алған алты тиҫтәгә яҡын кешенең һәр ҡайһыһы үҙ тармағында ил ҡеүәтен нығытыу өсөн тоғро хеҙмәт итә. 12 июндә билдәләнгән Рәсәй көнө алдынан награда алыу айырыуса тулҡынландырғыс, тип билдәләй бүләкләнеүселәр. Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн бирелгән награданы улар үҙен генә түгел, ә эшләгән коллективтарын, хеҙмәттәштәрен хөрмәтләү ғәмәле, тип ҡабул итә. Республиканың дәрәжәле наградаларының береһе Салауат Юлаев Орденына бөгөн Газпромдың Өфө төбәк-ара ойошмаһы етәксеһе Альберт Әхмәтшин, Башҡортостандың кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов, Башҡорт Дәүләт университеты профессоры Мирас Иҙелбаев, Башҡортостандың халыҡ артисы Нажия Аллаярова лайыҡ булды.  



Последние новости

Яндекс.Метрика