Зоопарктар тикшерелә

Рәсәй Генераль прокуроры Юрий Чайка төбәктәрҙә Ҡыҙыл китапҡа индерелгән йәнлек төрҙәрен аҫраған ойошмаларҙы тикшереү тураһында күрһәтмә бирҙе. Был ҡарар яңыраҡ Омск зоопаркында килеп тыуған күңелһеҙ хәлгә Донъя мәғлүмәт селтәрендә үҙ баһаһын биргән блогерҙар мөрәжәғәтенә яуап. Генераль прокуратура күрһәтмәһе буйынса беҙҙең республикала ла тикшереүҙәр бара. Йәнлектәр йонсоу, аҙыҡтары шикле, ҡараштары битараф. Йүнселлектең тәү ҡарашҡа табышлы бер төрөнә әүерелгән зоопарк хужалыҡтарын хайуандарҙы йәберләүҙә бөгөн кемдәр генә ғәйепләмәй.  Шул уҡ ваҡытта илдә ҡырағай хайуандарҙы тотҡонда аҫырау тәртибен аңлатҡан документтарҙың камил булмауы бик һирәктәргә мәғлүм. Ҡағиҙәләрҙе күп осраҡта йәнлек тотоусы үҙ ҡарамағына билдәләй. Бөгөн хайуандар донъяһын өйрәнеү буйынса фәнни-тикшеренеүҙәр алып барған ҙур зоопарктарға алмашҡа, тамаша өсөн асылған кесе майҙансыҡтар килә. Ситлектәр кеше күмәк ял иткән урындарҙа йә сауҙа үҙәктәрендә тора, улар менән рәттән аттракциондар ҙа ял итеүселәр уңайлығы өсөн. Йәнлектәрҙең дә ҙур булмаған тыныс холоҡло төрҙәре һайланыуы ғәжәп түгел. Был зоопарктың фәнни бурыстары юҡ. Йәнлектәр бында балалар һәм ололарҙа тереклеккә һөйөү тәрбиәләү өсөн хеҙмәт итә. Улар туҡ, сәләмәт, теремек. Йәшәү шарттары хәстәрләнгән.Йәнлектәр менән аралашыу, уларҙы тотоп, һыйпап ҡарау кешегә ыңғай кисерештәр килтерһә, ветеринарҙар хайуандар өсөн был яҡынлыҡ даими стресс сығанағы, тигән фекерҙә. Көн-төн кеше эргәһендә ҡалырға дусар йәнлектәр яҡлауға мохтаж.Прокуратура хеҙмәткәрҙәре республиканың йәнлектәр менән эш иткән бар ойошмаларын да тикшерә. Аҫырау шарттарынан тыш ситлектәр майҙаны, туҡланыу төрө һәм миҡдары, ветеринар күрһәтмәләренең теүәл үтәлеше ҡарала.Тыумышынан ситлектән тыштағы тормошто белмәгән йәнлектәрҙе иреккә ебәреү тураһында һүҙ юҡ, әлбиттә. Бөгөн зоопарктарға йәнлек төрҙәрен киңәйтеү йәиһә уларҙың һанын бер кимәлдә тотоу ҙа, хайуандарҙы һүҙ тейҙермәҫ шарттарҙа аҫырау ҙа етди сығымдар талап итә. Шуға һирәк төрҙәрҙе үрсетеп һатыу осраҡтары арта. Закон быға ҡаршы түгел, ләкин был осраҡта ла хайуандарға һаҡсыл ҡараштың тәү шарт булып ҡалыуы мөһим. 



Последние новости

Яндекс.Метрика