Өфө егете фатирында меңдән ашыу үрмәксе аҫрай

Тәү ҡарауға ғәҙәти генә күренгән шөғөл, әммә улар эргә-тирәгеләргә хәүеф тыуҙырмаймы? Фатирының бер бүлмәһен үрмәксе иленә әйләндергән Рауилдың буш ваҡыты бәләкәй дуҫтарын ашатып, уларҙы тәрбиәләп үтә. Үрмәкселәр ҙә хужаһын йыраҡтан танып торғандай, уның ҡулына эләгеү менән үҙҙәрен тыныс тота. Белгестәр билдәләүенсә, әле ер йөҙөндә үрмәксенең меңдән ашыу төрө бар. Өс йыл бындай хобби менән ҡыҙыҡһынған Рауил үрмәксе һанын меңгә еткергән. Уларҙы сит илдәрҙән һатып ала. Быуынты аяҡлы хайуандарҙың  ҙурлығы бер-нисә микрондан алып бер-нисә сантиметрға тиклем етергә мөмкин. Ә Рауил аҫраған иң ҙур үрмәксе 22, ә иң бәләкәйе ни бары ике сантиметр. Әйткәндәй, һәр бер үрмәксе айырым холоҡҡа эйә. Үрмәкселәрҙең йәшәйештәре бүлмә температураһына ла ныҡ бәйле. Шуға ла хужа бүлмәне даими 25 градуста тоторға тырыша. Шулай уҡ үрмәксе бер-ике ай ашамай йәшәй ала, тик һыуҙан һәм асыҡ һауанан өҙөлдөрөргә ярамай. Тәү ҡарашҡа ябай ғына хайуан күп үҙенсәлектәргә эйә. Был үрмәксенең ҡабығы. Һауа температураһына, дымлылыҡҡа, тирә-яҡ мөхиткә ҡарап ул ҡабығын ҡалдырып китә. Үрмәксенең олоғайып тиреһен ҡалдырып китеүе – төп сәбәптәренең береһе. Бындай хәл күбеһенсә йәй миҙгелендә күҙәтелә.Үрмәкселәр эргә-тирәгеләргә хәүеф тыуҙырмай. Ҡасып китмәһен һәм оҙаҡ йәшәһен өсөн, уларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә генә кәрәк. Рауил  бындай хоббиһын ташларға йыйынмай. Үрмәксене аҫрауҙан тыш, уларҙың эске һәм тышҡы төҙөлөштәрен, холоҡ-фиғелдәрен өйрәнеү- төп маҡсаттарының береһе.



Последние новости

Яндекс.Метрика