Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың Киевтағы илселеге янында шартлау яңғыраған. Террор ғәмәле өсөн яуаплылыҡты бер ойошмала үҙ өҫтөнә алмаған. “Теракт” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Америкала билдәһеҙ кеше экскаватор ярҙамында банкоматтағы аҡсаны урларға маташҡан. Банкомат эшлектән сыҡһа ла, ул долларҙарға тиклем етә алмаған. Дәүләткә 10 мең долларлыҡ зыян килтергән ирҙе әле полиция эҙләй.

Сербияны һыу баҫа. Фажиғә эҙемтәләре бөтөрөүгә полиция хеҙмәткәрҙәре һәм полиция йәлеп ителгән. 2014 йылда Сербия һәм Боснияла һуңғы 120 йылда тәүге тапҡыр көслө ямғыр яуғайны. Һыу баҫыу сәбәпле 50 кеше һәләк булғайны.

Ҡытай транспорт компанияһы пилотһыҙ трамвайҙың исем туйын үткәрҙе. Ул 300 пассажир өсөн тәғәйенләнгән һәм виртуаль рейстар буйлап йөрөй. Кәрәккән осраҡта трамвайға тағы ла бер-нисә вагон тағырға мөмкин. Киләһе йылдан илдең Чжучжоу ҡалаһында  йәмәғәт транспортын ошо трамвайға алмаштырыу ҡарала.



Последние новости

Яндекс.Метрика