Башкортостан – Саксония

Парламентара, иҡтисади һә мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында Башҡортостанға Германияның Саксония дәүләте вәкилдәренең эшлекле сәфәре дауам итә. Бөгөн Саксония Ландтагы һәм Үҙәк һәм Көнсығыш Европа форумы ағзалары  ике төбәк тарихындағы уртаҡ ваҡиғаларҙы иҫкә алды.

Өфөнөң Еңеү паркында Үҙәк һәм Көнсығыш Европа парламент форумы президенты Себастьян Гемков әфәнде хеҙмәттәштәре менән Советтар Союзы геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәленә сәскәләр һалды. 1941-45 йылдарҙағы аяуһыҙ һуғыш хәтирәләре беҙҙең халыҡтарҙы берләштергән тағы ла бер юйылмаҫ эҙ, тине Гемков әфәнде.

Саксония дәүләтенән килгән ҡунаҡтар сәйәси золом ҡорбандары булған Рәсәй немецтары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл эргәһендә лә милләттәштәренә ихтирам күрһәтте. Беҙ тарихты инҡар итмәйбеҙ, һәйкәлдәргә хөрмәтләп ҡарау, уларҙы тәртиптә тотоу быуындар бәйләнешен юғалтмау өсөн мөһим. Был фекер айырыуса бөгөн, Европаның төрлө төбәктәрендә Совет һалдаттарын азатлыҡ биреүсе булараҡ һынландырған монументтарҙың йәберләнгән мәлендә көнүҙәк.

Гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек булдырыу йәһәтенән ҡунаҡтарҙы Өфөләге Ләлә-тюльпан мәсете һәм Рәсәй ислам университеты эшмәкәрлее ҡыҙыҡһындырҙы. Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе мөфтөй Тәлғәт Тажетдин республикала мосолмандарға тәҡдим ителгән шарттар менән таныштырҙы.  Саксония дәүләте Башҡортостан менән сирек быуат элек хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен билдәләгәйне. Бөгөн Европа һәм Рәсәй иҡтисадына ҡағылышлы билдәле сикләүҙәр ике төбәк араһындағы бәйләнештәр һүрелә бирҙе. Саксония Ландтагының беренсе вице президенты әйтеүенсә, төбәктәр бөгөн дуҫлыҡ-һәм хеҙмәттәшлеккә ҡамасауҙарҙы бөтөрөү яҡлы.

Республикала Германия капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 24 предприятие бар. Улар машиналар төҙөү, нефтехимия, төҙөлөш һәм сауҙа йүнәлештәре буйынса эшләй.  Саксония дәүләте вәкилдәренең Республика етәкселеге менән осрашыуында Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Саксония менән киләсәктә сәнәғәт кенә түгел гуманитар өлкәлә лә хеҙмәттәшлек итергә әҙерлеген белдерҙе. Саксонияның юстиция дәүләт министры Себастьян Гемков иһә төбәктә бар мөмкинлектәр менән яҡындан танышып Германия предприятиеларына Рәсәйҙә хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тәҡдим итергә ниәтләүен белдерҙе.



Последние новости

Яндекс.Метрика