Берҙәм дәүләт имтиханының тәүге һөҙөмтәләре 13 июндән һуң иғлан ителә

  • Берҙәм дәүләт имтиханының тәүге һөҙөмтәләре 13 июндән һуң иғлан ителә | ГТРК «Башкортостан»

29 майҙа ун беренсе класс уҡыусылары география һәм информатика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғайны. Был фәндәр һайлау буйынса, улар аттестатҡа йоғонто яһамай. Һөҙөмтәләрҙе алыуға бәйле бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ юҡ һәм булмаясаҡ, тип ышандырҙылар министрлыҡта. Имтихан һөҙөмтәләре буйынса апелляцияны ике эш көнө эсендә бирергә мөмкин. Уҡыусылар рус теленән йыйған балдарын 26 июндә беләсәк, 20 июндән һуң ҡабаттан тапшырыуҙар башлана. 



Последние новости

Яндекс.Метрика