Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың Шоутайм телеканалында Оливер Стоундың “Путин менән интервью” тип аталған документаль фильмы зәңгәр экрандарға сыҡты. Ул дүрт бүлемдән тора һәм 15 июнгә тиклем күрһәтеләсәк. Рәсәйҙә йәшәүселәр фильмды  19 июндән ҡарай ала.

Брест янында Рәсәй, Белоруссия һәм Сербия десантсыларының күнекмәләре үтә. Ул “Славян дуҫлығы-2017” тип атала. Күнекмәләр ваҡытында төрлө ил десантсылары бергә килешеп һөжүм итергә өйрәнәсәк. 

Ҡатарҙың сит ил эштәре министры ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн Рәсәйгә рәхмәт белдерҙе.  Бер-нисә ил Доха менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙгәс, белгестәр Ҡатарҙағы хәлдәргә борсолоу белдерҙе.

Шри-Ланкала урындағы халыҡ 5 метрлыҡ крокодил тотҡан. Йыртҡысты арҡан менән урау өсөн генә ике сәғәт самаһы ваҡыт, ә машинаға тейәү өсөн 10 кеше кәрәккән. Крокодил ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау департаментына тапшырылған.



Последние новости

Яндекс.Метрика