- ҺУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР
- Авариялар арта
Авариялар арта
Мәләүез районындағы ҡот осҡос авария сәбәбе тиҙлекте арттырыуға бәйле булыуы ихтимал. Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн ошондай фараз белдерҙе. Ергән ауылынан йыраҡ түгел боролошта өм машина бәрелеште. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, сит ил машинаһы прицеплы Газельдың аҫтына инеп китә. Уларға өсөнсө машина ла килеп бәрелә. Һәләк булыусылар тураһында хәбәр ителмәй, ике кеше йәрәхәтләнгән. Быға тиклем Учалы районында водитель таныҡлығы булмаған 61 йәшлек ир ВАЗ машинаһында ҡаршы яҡ юлға сығып Рено-Сандероға бәрелгәйне. Пенсионер урында уҡ һәләк булған.
- 1 из 5312
- следующая ›
Хәбәрҙәр

Кескәй журналистарҙың етди һорауҙары
Балалар телевидениеһы көнө алдынан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлиховҡа кескәй хәбәрселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыуҙан тыш улар алдында яуап тоторға тура килде. Журналист һөнәре нимәһе менән ҡыҙыҡлы, һуғыш барған ерҙә улар ни өсөн кәрәк, кеүек етди...

Шашка буйынса оҫталыҡ дәрестәре
Өфөнөң сауҙа-иҡтисад колледжында Шашка буйынса үҙенсәлекле ярыш үтте. Халыҡ-ара шашка буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина студенттар менән бер юлы уйнау сеансын үткәрҙе. Был сара халыҡ-ара 8 март байрамы һәм Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек...

Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй сәскәләр бүләк итергә?
Сәскә бүләк итеү - мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Бер байрам да, бер тантана ла сәскәһеҙ үтмәй. Бигерәк тә, 8 март алдынан гөлләмәләргә һорау арта. Шамонин ауылында йәшәүсе Зәлиә Мостаеваның йортоноң икенсе ҡаты күптән инде сәскәләр яланына әйләнгән. Бында ҡыштың ыжғыр бурандарында ла кәйеф...

Гүзәл заттарҙы Радий Хәбиров тәбрикләне
Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан күркәм тантана ойошторолдо. Башҡортостан данын танытҡан гүзәл зат вәкилдәрен Радий Хәбиров тәбрикләне. Яҙҙың иң беренсе һәм күркәм байрамы алдынан Өфөләге “Торатау” Конгресс-Холында гүзәл затты хөрмәтләү тантанаһы матур йолаға әйләнде. Бында бөгөн дә...

Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә
Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар. Дүртенсеһен халыҡ телендә “күңел асыу көнө”, тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала...

“Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға
Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм республика һәм күрше төбәк кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республиканың төрлө райондарында төшөрөлгән картина тамашасыны үҙенсәлекле сценарийы...

Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?
Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә...

Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк
Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара....

Юл киҫелешендә эш ҡайнай
Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев...

Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк
2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр...

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе
,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды
Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?
Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр
Улар менән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров таныштырҙы. Талаптар көсөйтелә, тине Радий Фәрит улы. Төҙөлөштә, йәмәғәт транспортында етди тәртип урынлаштырыу башлана. Оператив кәңәшмә министрҙар кабинетындағы кадрҙарға бәйле үҙгәрештәр менән асылды. Радий Хәбиров ял көндәрен бушҡа...

Башҡорт википедияһына 15 йыл
Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының грек залына иң әүҙем телсе ирекмәндәр йыйылды. Бөгөнгәсә башҡорт викиирекмәндәре тарафынан интернет селтәренә 55 мең мәҡәлә әҙерләнгән. Викиирекмәндәр осрашыуы мәшһүр «Урал көйө менән асылды. Башҡорт википедияһы хәрәкәтенең иң әүҙем...

Боронғо дәүер юлдары
«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында “Боронғо дәүер юлдары” тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Үҙенсәлекле экспозицияла таш быуаттан алып ун туғыҙынсы быуатҡа тиклемге осорҙа Башҡортостанда табылған төрлө артефакттар менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәнең нигеҙендә 2017 йылда Өфө-2...

Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған
Башҡорт эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар тапҡан. Ул йылдарҙа меңәрләгән кеше комсомол һәм партия саҡырыуы буйынса хәрби хеҙмәткә алынған. Әммә улар тураһында мәғлүмәт бер ерҙә лә теркәлмәгән. Хәҙер инде был һалдаттарҙың исемен асыҡлау һәм мәңгеләштереү мөмкинлеге бар....

Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала
Бының өсөн беркетелгән поликлиниканың регистратураһына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. 65 йәшен тултырыусы Вера Александровна ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға ,,доктор. Рб,, сайты аша яҙылған. Бындай ысул иң уңайлыһы, ти ханым. Сират та юҡ, шунда уҡ табипҡа эләгәһең. Прививка яһатыр өсөн айырым әҙерлек...

Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был ҡағиҙәне рәсми нығытырға тәҡдим итте. Төбәк парламентының сираттағы ултырышында дүрт тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Электр ҡеүәтендәге автомобилдәргә ихтыяжды хәстәрләү маҡсатында транспорттың был төрөндә йөрөгәндәр өсөн дә түләүле парковкаларҙы...

Салауат вариҫтары еңелеү белмәй
Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Ватан һаҡсылары көнө уңайынан “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй” спектакле күрһәтелде. Ул совет хәрби етәксеһе, 112-се Башҡорт кавалерия девизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тормош юлына арналған. Генерал Шайморатов иҫтәлеген мәңгеләштереү...

Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл
Ошо уңайҙан Башҡортостандың милли архивында легендар комбриг, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Экспозиция республиканың Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында һаҡланған Муса Мортазиндың шәхси фондындағы документтарынан әҙерләнгән. Экспозицияла 1927 йылда донъя күргән “...

Башлыҡ маҡсаттар билдәләй
Өфө ҡала советы депутаттары башланып торған йылға яңы маҡсаттар билдәләне. Ҡала халҡы йәшәйешен яҡшыртыу, төҙөлөш һәм юл ремонтлау эштәрен әүҙемләштереү-уларҙың араһында иң төптәре бына шулар. Ни өсөн йәштәр Өфөнән ситкә китә? Был һорау сәйәсмәндәҙе генә түгел, ҡала советы депутаттарын да...
- 1
- 2
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- …
- следующая ›
- последняя »