Республика юлдарында күләмле операция
Инспекторҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарын түләмәгән водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе асыҡлай. Был операцияға суд приставтары ла йәлеп ителгән. Штрафтар буйынса бурыстары булған водителдәр асыҡланған осраҡта, закон буйынса уларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уларҙың 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыныуы ихтимал.
Хәбәрҙәр

Суд приставтары опекунға алынған балаларҙың банктағы иҫәптәрен япҡан
Шул сәбәпле, тәрбигә алған ғаилә бурысҡа бата, был хәлде ғаилә башлығы законһыҙ, тип дәлилләй. Әммә суд приставтары икенсерәк фекерҙә. Яңы йыл алдынан Александр Буниндың 30 меңгә яҡын аҡсаһына суд приставтары арест һала. Зыян күреүсе белдереүенсә, картаға балаларҙы опекунлыҡҡа алған өсөн аҡса...

Сибай халҡы ситтән килгән политтехнологтарға ҡаршы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты
Сибай халҡы әле бында әле тегендә ниндәйҙер белдереүҙәр яһап, ҡотҡо таратыусыларға ҡаршы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты. Улар әйтеүенсә, ситтән килгән политтехнологтар килеп тыуған хәлде файҙаланып сәйәси капитал тупларға тырыша. Ауыр ваҡытта берҙәмлек талап ителә, ә бындай кешеләр халыҡты...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Магнитогорскийҙа емерелгән йорт харабалары аҫтында ҡалған Ваня Фокин Мәскәүҙә дауахананан сығарылды. Бер айҙан ашыу сабый балалар хирургияһы һәм травмотология фәнни-тикшеренеү үҙәгендә дауаланды. Магнитогорскийҙың балалар дауаханаһы малайға шәхси реабилитация планы төҙөгән. Камчаткала көслө ҡар...

Бөгөн Рәсәйҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла
Йыл һайын 15 февралдә Рәсәйҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла. Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталары календарына индерелгән һәм дәүләт кимәлендә билдәләнә. 30 йыл элек һалдаттар һәм офицерҙар үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ менән үтәп...

Бөгөн Республика клиник онкология оҫталыҡ дәрестәре үтте
Бөгөн Республика клиник онкология диспансерында билдәле профессор, медицина фәндәре докторы Пётр Царьков оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Лекциянан тыш, тәжрибәле белгес заманса ысул менән йыуан эсәктең яман шешен юҡ итеү буйынса операция эшләп күрһәтте.Республика клиник онкология диспансерында...

Балалар өсөн юғары технологиялы протездар
Башҡортостандың Страховкалау фонды Сколково белгестәре менән килешеү төҙөнө. Был килешеү сиктәрендә тыумыштан ҡулһыҙ һәм төрлө сәбәптәр менән ҡулын юғалтҡан кешеләргә бушлай протездар ҡуйыласаҡ. Ҡул суғы һәм ҡушар протезы яһалма ҡулдың элекке өлгөһөнән ағза функцияларын ҡайтарыу үҙенсәлеге менән...

40 миллиард һумлыҡ килешеү
Сочиҙағы инвестиция форумында Башҡортостан 40 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөнө. Ҡара диңгеҙ ярындағы эшлекле осрашыуҙар барышында республика төрлө компаниялар менән ошондай суммаға килешеү төҙөнө. Инвестиция майҙансыҡтарының интерактив таҡталары. Тап ошо замана ысулы ярҙамында йүнселлек менән...

Бергә йырлап алайыҡ
Башҡортостан телевидениеһына 60 йыл тулыу уңайынан «Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы башҡорт телендә 60 караоке бүләк итә. Бында күптәрҙең күңеленә хуш килгән ретро,заманса хиттар,йәштәр өсөн дәртле йырҙар тәҡдим ителә.

Берҙәмлектә-көс
Ҡырмыҫҡалы районы Ҡамышлы ауылы советы биләмәһендә йәшәүселәр мәсет һәм сиркәү төҙөгән. Әле Ҡамышлы ауылында сиркәү төҙөү башланған. Үрге Төкөндә аҙан тауышы бөтә ауылға яңғырай. 2015 йылда төҙөлгән мәсеткә килеүселәр һаны көндән көн арта. Каникулдарҙа уҡыусыларҙың, шулай уҡ ауыл йәштәренең иман...

Яңы поликлиника
Өфө районының Максимовка ауылында яңы поликлиника асылды. Модулле амбулатория нигеҙендә төҙөлгән яңы бина бөтә заман талаптарына ла яуап бирә. 7 меңдән ашыу кеше йәшәгән ауыл өсөн был ҙур бүләк. Максим Прытков 30 йылдан ашыу Масимовка ауылында йәшәй. Хәҙер инде беренсегә ҡалаға бармай ғына, тыуған...

Хужаһыҙ күпер
Өфөлә йәшәүселәр ике яҡты тоташтырған күперҙең ҡарҙан таҙартылмауы өсөн борсола. Был күпер 2007- се йылда төҙөлгән. Күперҙән йәш әсәләр һәм оло кешеләр йыл һайын көрт йырып үтергә мәжбүр. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, күперҙе ҡарҙан таҙартыу һәм нығытыу өсөн улар ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итә, әммә...

Алдаҡсыға ниндәй яза?
Өфөнөң Киров районы суды Эдуард Ишбаев эше буйынса тәүге ултырыш үткәрҙе. Халыҡҡа фатир менән һәм уҡырға инергә ярҙам итәм, тип миллионлап аҡса урлаған енәйәтсе судья һәм алданыусылар алдында яуап тота. Судтың ултырыштар залы өсөн ғәҙәти түгел күренеш – көлөү тауыштары яңғырай....

Рәсәй инвестиция форумы
Сочила бөгөн Рәсәй инвестиция форумы башлана. Унда Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация ҡатнаша. Инвестфорум ике көн дауам итә. Власть вәкилдәре, эшҡыуарҙар төрлө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын өйрәнә. Әйткәндәй, быйыл Сочила...

Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы “Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы” тип аталған әҙәби-педагогик бәйге иғлан иткәйне. Бөгөн тантаналы рәүештә уның еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында әҙиптең ҡыҙы Әлфиә Кәримова ла булды. Бәйгелә уҡыусылар, мәктәп һәм...

Сибайҙа хәл арҡаһында күптәр сәйәси капитал туплап ҡалырға тырыша
Әле бында әле тегендә ниндәйҙер белдереүҙәр яһап ҡотҡо таратыусыларға ҡаршы ҡала халҡы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты.

Сибай карьерын һелтеле һыу менән тултырыу дауам итә
Эштәр 20-се мартҡа тиклем тамамланырға тейеш. Ҡалала әле беҙҙең ижади төркөм эшләй. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов студия менән тура бәйләнешкә сыға.

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Нижневартовск ҡалаһында биш ҡатлыҡ йорт янған. Янғын күптәр эштә булғанда башланған, шуға ла һәләк булыусылар юҡ. 100 квадрат метрҙа ут ҡыйыҡты тулыһынса ялмап алған. Йорттан 40-лап кеше эвакуацияланған. Лос-Анжелеста бер водитель полиция хеҙмәткәрҙәренең уяулығын тикшереп ҡараған. Үҙ...

Өфө табиптары бәхетһеҙлеккә тарыған ҡатындың өҙөлгән ҡулын ҡотҡарған
Мөғжизә башҡаланың 21 клиник дауаханаһында була. Хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ваҡиға мәғлүмәттәрен асыҡланы. 1984 йылда микрохирургия атамаһы менән асылған был бүлек хәҙер ҡан тамырҙары хирургияһы исеме менән билдәле. Бында табиптар йылына егерменән ашыу ҡатмарлы операция яһай. Араларында иң...

Сибай ҡалаһы бөтә республиканың иғтибар үҙәгендә ҡала
Бында урындағы карьерҙан көкөрт диоксиды сығыу сәбәпле экологик хәл ҡатмарлашҡайны. Республика етәксеһе ҡалалағы хәлде шәхсән күҙәтеүгә алып ғәйәт ҙур эштәр башҡарҙы. Шуларҙың береһе-Сибай карьерын һелтеле һыу менән тултырыу ҡарары. Эштәр 20-се мартҡа тиклем тамамланырға тейеш. Ҡалала әле...

Янғын һүндерелде
Өфөлә Индустриаль урамындағы автомобиль һатыу үҙәгендә сыҡҡан янғынды төнө буйы һүндерергә тура килде. Бөгөн харабаларҙы таҙартыу башланды. Янғында һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. 3 ҡатлыҡ үҙәк кисә киске бишенсе яртылар тирәһендә яна башланы. ДЭУ маркалы Матиз һәм Нексия...

Үлем менән йәшәү араһы ике саҡырым
Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ районында Өфө-Ырымбур юлында “Лада Ларгус” водителе светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтап торған ауыр йөк машинаһы аҫтына инеп китте. Йөк машинаһы водителе бәрелеүҙе һиҙмәй хәрәкәтен дауам итә. Лада Ларгусты ике саҡырым һөйрәтеп барғандан һуң ғына уға үтеп барыусы водителдәр...

Бергә йырлап алайыҡ
Башҡортостан телевидениеһына 60 йыл тулыу уңайынан «Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы башҡорт телендә 60 караоке бүләк итә. Бында күптәрҙең күңеленә хуш килгән ретро,заманса хиттар,йәштәр өсөн дәртле йырҙар тәҡдим ителә.

Бөгөн Рәми Ғариповтың тыуыуына 87 йыл
Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Рәми Ғарипов үлемһеҙ әҫәрҙәре менән халҡыбыҙҙың йөрәгендә уйылып ҡалды. Бар булмышын, йөрәк тибешен туған тел, рух, милләт яҙмышына арнаған шәхес 1932-се йылдың 12-се февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында донъяға килә. Ғариповҡа ғүмер юлында күп ҡайғы-хәсрәт...

Башҡортостандың баш ҡалаһы яҙғы ташҡынға әҙерләнә
Өфө хакимиәтендә ҡаланың барлыҡ райондарында халыҡтың йәшәйешен тәьмин итеү һәм яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреү буйынса саралар планы төҙөлә башланы. 11 мартҡа тиклем ташҡынға ҡаршы комиссиялар ойоштороласаҡ. Ҙур һыуға әҙерләнеү өсөн яуаплылар билдәләнгән. Башҡортостанда ташҡындың иң юғары...

Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытыусылар етмәй
Ә йәш белгестәр мәғәриф өлкәһендә эшләргә ашыҡмай. Һөҙөмтәлә бер-нисә фәнде бер үк кеше уҡытырға мәжбүр. Гөлшат Солтангәрәева өс фәндән белем бирергә мәжбүр. Шабай ауылы урта мәктәбендә уҡытыусылар етмәү сәбәпле, ул тарих, һынлы сәнғәт һәм география фәндәрен уҡыта. Өҫтәүенә, был эште уҡытыу бүлеге...

Рәсәйҙә аналог телевидениеһын һүндереү башланды
Беҙҙең ил цифрлы телевидение дәүеренә аяҡ баҫа. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостанда халыҡтың цифрлы телевидение приставкаларын һатып алыуға сығымдары ҡапланасаҡ һәм һанлы телесигнал булмаған урындарҙа юлдаш антенналары ҡуйыласаҡ. Пенсияһына федераль социаль...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Рәсәй Оборона министрлығы Тымыҡ океан флоты артиллеристарының күнекмәһен үткәрҙе. Хәрбиҙәр “Град” реактив системаһын һынап ҡараған. 6 саҡырымдан 12 саҡырымға тиклем урынлашҡан шартлы дошман юҡ ителгән. Истамбулда харабалар аҫтынан 5 йәшлек ҡыҙ ҡотҡарылған. 6-сы февралдә булған фажиғәлә 6 кешенең...

Беҙҙең киләсәгебеҙ
Республиканың ҡан биреү станцияһы “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең төбәк бүлексәһе һәм “Беҙҙең киләсәгебеҙ” хәйриә фонды менән берлектә “Мәрхәмәтле донор” тигән конкурс ойоштора. Бер йыл дауам итәсәк сара сигендә республика халҡы ҡан тапшыра аласаҡ. Конкурста республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Хоспис, йәғни тыныслыҡ йорто
Өфөлә балалар һәм өлкәндәр өсөн хоспис төҙөү мәсьәләһе хәл ителә. Әммә уны төҙөү өсөн бер гектар ер һәм яҡынса 150 миллион һум аҡса кәрәк. Дүрт йәшлек Богдан махсус ҡоролмаһыҙ йәшәй алмай. Сабыйҙың үҙәк нервы системаһы ҡаҡшап тыуыу сәбәпле, ул инвалид. Уның әсәһе Лилиә Йомағолова улын өйөндә...

Стәрлетамаҡта бағанаға бәрелгән автобус пассажирҙарына аҡса түләнәсәк
Күрелгән зыянды ҡаплау өсөн һәр пассажир ғариза яҙа ала. Түләүҙәр күләме билдәле түгел. Әммә Яуаплылыҡты страховкалау союзынан хәбәр итеүҙәренсә, ул йәрәхәт төрөнә бәйле. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 февралдә пассажир автобусы бағанаға бәрелгәйне.19 кеше, шул иҫәптән 3 бала йәрәхәттәр алғайны. 15 пассажир...
- 1
- 2
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- …
- следующая ›
- последняя »