Күңелгә яҡын кәсеп – яҡшы килем сығанағы

Мишкәлә йәшәүсе … йыраҡҡа йөрөмәйенсә генә айына 100 мең һумдан ашыу аҡса эшләй. Ул 19 йыл инде мейес сығарыу менән шөғөлләнә. Онотола барған һөнәр оҫтаһына бер нисә ай алдан сиратҡа яҙылалар. Был һөнәрҙе бер яңы технология ла алмаштыра алмай. Борондан мейес сығарыуға иң оҫталар ғына тотонған. Кирбесте тигеҙ һалыу бер, ә бына ут яҡҡан ваҡытта уның эсендә барған процесстарҙы белеп эш итеү бөтәһенә лә бирелмәгән ти Валерий Илтимиров. Ғәҙәти булмаған һөнәрҙе ул ағаһынан өйрәнә, йәш егеткә мейес сығарыу оҡшап ҡала, 19 йыл буйына егет оҫтарып та бөтә 1 мейес хаҡы 8 мең һум тирәһе, оҫта көн ярымда уның мөрйәһен күтәреп тә ҡуя. 4 заказ башҡарғас бер ике көн ял итеп алам ти. Миҙгелендә айына ул 100 мең һумдан артыҡ килем эшләй. Ул ҡустыларын да үҙе менән йөрөтөп оҫалыҡҡа өйрәтеп ҡарай, әммә һуңғылары ғаилә кәсебен дауам итергә теләмәй. Кирбес һалыу өсөн балсыҡтың ике төрлөһөн ҡушып иҙмә әҙерләнә. Ул ваҡытта мейес ныҡ та була, төтәмәй ҙә.Ҡырҙары тигеҙ килеп сыҡһын һәм конструкция ның булһын өсөн оҫта кирбесте бысып эшләй.Йорт хужабикәһе яңы мейес һалынып бөткәнен түҙемһеҙләнеп күҙәтә, боронғоса эшләнгән мейесте духовка алмаштыра алмай, унда икмәк тә тәмле килеп сыға ти ул.Был эште дауам итеүселәр бөгөн бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Валерий Илтимировтың да заказдар георгафияһы киң, 50-ләгән ауылда ул һалған мейестәр өйҙәрҙе йылыта. Уны Мишкәнән генә түгел, күрше райондарҙан да эҙләп киләләр. 



Последние новости

Яндекс.Метрика