51-се баҡсаһында ағас ултыртылды

Башҡортостандың дәүләт  суверинететы тураһындада Декларация ҡабул ителеүгә быйыл 25 йыл тула. Ошо  айҡанлы Беренсе башҡорт атлы полкы « Любизар » хәрби-тарихи клубы 51-се балалар баҡсаһында  ағастар ултыртты. Башҡорт атлылары исемеле баҡсаны иң йәш быуын ҡараясаҡ. Хәрби-тарихи кейемдәрҙә, ҡурай тауышы яңғыратып дәррәү ағас ултыртыусыларҙы башҡорт атлыларының башҡарған эшенә мәдхиә йырлаусылар, тип тә әйтергә була.Заһир Исмәғилев урамындағы 51-се балалар баҡсаһы мөдире Гүзәл Ғәлиуллина Любизар хәрби-тарихи клубының был изге теләген ихлас ҡабул иткән. Клуб ағзалары һәм балалар баҡсаһына йөрөүсе сабыйҙарҙың ата-әсәләре 50 ҡарағай үҫентеһе ултыртты ә балалар тәҙрә аша күҙәтте. Киләсәктә хәрби-тарихи клуб был баҡсаны үҙ күҙәтеүе аҫтына алырға һәм ат һындары, башҡа скульптуралар урынлаштырыуҙы ла планлаштыра. Киләһе яҙ баҡсаны  урман ҡыңғырау сәскәләре лә биҙәйәсәк. Башҡорт атлылары һәм Республика көнө уңайынан ултыртылған үҫентеләр киләсәктә ҙур урманға әйәләнәсәгенә ышаныс ҙур.



Последние новости