6 йәшлек Айнур Кәримовҡа ярҙам талап ителә

Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы, Русфонд хәйриә фонды һәм Комсомольская правда газетаһы менән берлектә изгелек  марафонын дауам итә. 2013 йылдың июленән ойошторолған берҙәм проект сиктәрендә 38 бала 8 миллион  681 375 һумлыҡ ярҙам алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы әллә күпме бала телевизор ҡараусы мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Шишмә районында йәшәүсе 6 йәшлек Айнур Кәримов та улар исемлегендә. Айнур Кәримовҡа тиҙҙән 6 йәш тула. 5 йәш ярымда тәүге аҙымдарын эшләгән малай беҙгә бейеп үк күрһәтте. Физик күнегеүҙәр менән дә ихлас шөғөлләнә ул. Үҙ аллы атлай, кейенә хатта йырлай алыуын ла сикһеҙ шат. Тыуғанда уҡ тын алалмай, йөрәк тибеше туҡтаған Айнурҙы табиптар йөрәгенә массаж эшләп терелтеп ала. Һәм шунда уҡ реанимацияға һалып, үпкәһен яһалма тын алыу аппаратына тоташтыра. Аппаратта Айнур ғүмеренең беренсе 3 аҙнаһын үткәрә. Табиптар баланың терелеп китеүенә ышанмаһа ла сабыйҙа яйлап йәшәү сатҡылары уяна башлай.  Өсөнсө ай китәндә Регина Кәримова улы менән дауахананан сыға. Ата-әсәһе Айнурға 7 ай тулғас 2-се республика клиник дауаханаһының психоневрология һәм эпилептология үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Табиптар сабыйға балалар церебраль фалижы, өлөшләтә аяҡ-ҡул фалижы тигән ҡурҡыныс диагноз ҡуя. Регина юғалып ҡалмай, улын дауалауға бөтә көсөн һала. Ғаилә автомобилдәрен һатҡан аҡсаға Тольятти реабилитация үҙәгендә  бер нисә курс үтә. Аҙаҡ Мәскәү медицина технологиялары институтына мөрәжәғәт итә. Бәлә ағас башынан йөрөмәй, ти халыҡ. Айнурға ике йәш тулғас ғаиләлә тағы бер бала донъяға килә. Һәм йәнә бәхетһеҙлек. Аиданың баш мейеһе зарарланған, ул да инвалидлыҡҡа дусар. Ғаилә башлығы быны күтәрә алмай, уларҙы ташлап сығып китә. Хәҙер балаларҙы әсә кеше бер үҙе ҡарай. Атай кеше материаль яҡтан да ярҙам итмәй. Регина Мәскәү медицина технологиялары институтында улына дауаланыу курсы алыу өсөн ярҙам һорап Русфонд хәйриә фондына   мөрәжәғәт итә. Айнур 2013 йылдың ноябренән алып клиникала даими терапия курсы ала. Мәскәүҙә дауалана башлағас, Һөҙөмтәлә 5,5 йәштә Айнур тәүге аҙымдарын эшләй. Ваҡ моторикаһы яҡшырҙы, үҙе пазлдар йыя. Һөйләмдәр төҙөп һөйләшергә маташа. Мәскәү медицина технологиялары институты табиптары Айнурҙы өмөтлө малай, тип һанай. Дауалау курстарын мотлаҡ дауам итергә кәрәк. Бының өсөн 199 200 һум аҡса талап ителә. Әммә ике инвалид бала ҡараусы яңғыҙ әсәнең  эшләргә мөмкинлеге юҡ. Балалар церебраль фалижы, өлөшләтә аяҡ-ҡул фалижы менән сирләүсе 6 йәшлек Айнур Кәримов телевизор ҡараусы мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Бының өсөн 5542 һанына латин хәрефтәре менән DETI һүҙен яҙып смс-хәбәр ебәрергә кәрәк. Бер СМС-хәбәр хаҡы 75 һум. Күпме хәбәр ебәрһәгеҙ ҙә мөмкин, әгәр һораһа,  телефон операторына, аҡса күсереүегеҙҙе раҫларға кәрәк.   Айнур тырыш, маҡсаттарына ирешеүсән, ихлас күңелле малай. 7 йәше тулғас тиңдәштәре менән мәктәп ишеген асыуға ла өмөтө ҙур. 

Яндекс.Метрика