7 йәшлек Артур Ҡадыровҡа ярҙам талап ителә

Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы, “Русфонд” хәйриә фонды һәм “Комсомольская правда” гәзите менән берлектә изгелек  марафонын дауам итә. 2013 йылдың июленән ойошторолған берҙәм проект сиктәрендә 39 бала 8 миллион 880 мең 575 һумлыҡ ярҙам алған. Ҡыҙғанысҡа, тағы әллә күпме бала телевизор ҡараусы мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Кушнаренко районында йәшәүсе 7 йәшлек Артур Ҡадыров та улар рәтендә. Артур Ҡадыров әсәһе менән көн һайын шөғөлләнә. Даими күнегеүҙәр уның йөрөү һәләтенә ыңғай йоғонто яһай, телмәрен үҫтерә. Артур быйыл беренсе класта уҡый башлай. Ата-әсәһе улдарының һуңлап булһа ла, мәктәптә барасағына шатлана. Сөнки бала — инвалид, тыумыштан йөрәк сиренә дусар.  Бер үк ваҡытта Артурҙың нервы системаһы ла ҡаҡшаған. Уның телмәр үҫеше тотҡарлана, бик һөйләшеп бармай. Ғаиләлә һәр кем Артурҙың үҫеше өсөн тырыша, махсус мәктәпкә йөрөтә, дефектолог, логопедтар менән эшләй. Һөҙөмтәлә малай яйлап өндәрҙе әйтә башлай, ваҡ моторикаһы яҡшыра, үҙе пазлдар йыя. Һөйләмдәр төҙөп һөйләшергә маташа. Ҡыҙғанысҡа, һуңғы арала Артурҙың хәле насарая, уға ашығыс рәүештә операция талап ителә. Республика кардиология үҙәге табиптары уны бушлай яһарға әҙер. Әммә эндоваскуляр операцияны эшләү өсөн махсус прибор кәрәк. Уның хаҡы — 230 570 һум. Кардиохирургтар, мөмкин булған тиклем тиҙерәк операция яһау кәрәклеген белдерә.Ҡадыровтар ярҙам һорап Русфонд хәйриә фондына   мөрәжәғәт итә. Ата-әсәнең яҡын арала махсус прибор – окклюдерҙы һатып алыу мөмкинлеге юҡ. Алһыу көнө буйы Артур менән шөғөлләнгәс, эшләмәй, ә атаһы ябай ҡарауылсы. Ғаиләнең бюджеты тулыһынса Артурҙы дауалауға китеп тора. Артур ихлас күңелле, яғымлы, изгелекле бала. Тик тиҫтерҙәре өсөн ул сәйер тойола, уның менән аралашып бармайҙар, ти әсәһе, ә бит малай һәр уйынға ихлас ҡушыла. Юғиһә, баланың танауы, ауыҙ тирәһе зәңгәрләнә, тыны ҡыҫыла, илай башлай. Операциянан һуң Артур был ауырлыҡтарҙы бөтөнләй онотасаҡ, ти табиптар. Тик операцияны тиҙ арала эшләргә кәрәк. Махсус прибор өсөн 230 570 һум аҡса талап ителә. Йөрәк сире менән яфаланыусы ете йәшлек Артур Ҡадыров телевизор ҡараусы мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Бының өсөн 5542 һанына латин хәрефтәре менән DETI һүҙен яҙып смс-хәбәр ебәрергә кәрәк. Бер СМС-хәбәр хаҡы 75 һум. Бер-нисә хәбәр ебәрһәгеҙ ҙә мөмкин, әгәр телефон операторҙары һораһа, аҡса күсереүегеҙҙе раҫларға кәрәк. Бәлки тап һеҙҙең шәфҡәтле йөрәгегеҙ баланың яҙмышын үҙгәртер, уға сәләмәт йөрәк бүләк итер. Артур 1 сентябрҙә мәктәпкә барасаҡ, һәм әүҙем, һәләтле малай тиҫтерҙәре кеүек йүгереп уйнарға, тырышып белем алырға хыяллана. 

Яндекс.Метрика