Аҡсалар нисек тотонола?

Бөгөн контроль-иҫәп палатаһында ауыл хужалығын  техник һәм технологик камиллаштырыу өсөн бүленгән дәүләт сығымдарын дөрөҫ файҙаланыу һөҙөмтәләре ҡаралды. Унда Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы, машина-трактор станциялары эшмәкәрлеге тикшерелде. Докладта билдәләнеүенсә, предприятиелар субцидия алыу шарттарын үтәмәй, техниканы һөҙөмтәле файҙаланмай. Тармаҡта башҡа проблемалар ҙа бар. Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре иһә улар менән ризалаша һәм киләсәктә мәсьәләләрҙе хәл итергә вәғәҙә итә.



Яндекс.Метрика