Алкоэнергетиктарҙың зыяны

Беҙ бөгөнгө сығарылышта ла алкоэнергетиктар темаһын дауам итәбеҙ. Уларҙы һатыуҙы сикләү тураһында ҡанун  ай башында ғәмәлгә инде. Әммә тәүге тикшереүҙәр уның тулыһынса үтәлмәүен күрһәтте. Башҡортостан парламенты депутаттары төбәктә 1 сентябрҙән аҙ алкоголле тонусты күтәреүсе эсемлектәрҙе берәмләп һатыуҙы тыйҙы. Сөнки статистика мәғлүмәттәре буйынса, был продукцияны ҡулланыусыларҙың 80 проценты 13 йәштән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр. Эсемлектәге этил спирты төрлө сит тәмдәр менән ҡатнаштырыла һәм углекислоталы газ өҫтәлә. Ошонан сығып, йәштәрҙә был эсемлек, ябай газлы һыуҙан артыҡ бер нимәһе менән дә айырылмай, тигән яңылыш фекер тыуа.  Бындай коктейлдәрҙә алкоголь күләме 5-тән 12 процентҡа тиклем барып етә. Икенсе төрлө әйткәндә, йәштәрҙең яратып эскән «джин-тонигы” 0,70 л һыраға, йә иһә 50-80 грамм араҡыға тиң була. Ҡайһы ваҡытта йәштәрҙең бер эскәндә 4-5 банканы бушатыуын һәм быны көн һайын ҡабатлап тороуын иҫәпкә алһаң, һөҙөмтәләр ҡурҡыныс булыуы ихтимал. Үҫмерҙәргә алкоголгә ҡарата башта психик, тора-бара физик бәйлелек барлыҡҡа килә. Коктейлдәге алкоголь берҙән-бер генә зарарлы фактор түгел. «Дәртләндереүсе” эсемлектәге химик ҡатнашмалар ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуына килтерә, бөйөр менән бауыр ҙа зыян күрмәй ҡалмай. Аҙ алкоголле энергетиктарҙың кешенең организмына йоғонтоһон күрһәтеү өсөн бәләкәй генә тәжрибә үткәрәбеҙ. Бының өсөн йомортҡа кәрәк була. Сөнки уның аҡһымы кешенең аҡһымы менән бер тиң. Йомортҡаны һытып стаканға һалабыҙ. Уның эсенә был эсекмлекте ҡоябыҙ. Күреүегеҙсә, бер нисә минут эсендә химик реакциялар арҡаһында аҡһымдың күҙәнәктәре үлә. Тимәк эскән кешенең организмында шундай уҡ процесстар бара. Күпмелер ваҡыт эсендә генә аҡһымды бешереп сығарған был аҙ алкоголле “дәртләндереүсе” эсемлектең кеше организмына ниндәй зыян итеүен күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс.

Яндекс.Метрика