Атай һәр яҡтан маһир!

Ошо исем аҫтында  Өфөлә 4-се тапҡыр аш һыу оҫталарының республикала конкурсы үтте. Аш-һыу рецептары менән майҙанда атайҙар бүлеште. Бәйгенең төп үҙенсәлеге — ҡатнашҡан һәр ғаиләлә һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләнә. Ғимадовтар ғаиләһе етди һәм ныҡлы әҙерләнгән. Бөтә әҙерлек эшәре менән дә атай кеше етәкселек итә. Ит аштарын өйҙә  үҙем бешерергә яратам, ти ғаилә башлығы. Аш-һыу бүлмәһендә  ир-ат йөрөһә фәрештәләр ҡанаттарын ҡаға тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ.Ә шулай ҙа өҫтәлде матурлауҙы әсә кеше хәстәрләй. Бында ижади ҡараш талап ителә, иң үҙенсәләекле аш-һыу әҙерләү өсөн әллә күпме китаптар, интернет биттәрен аҡтарырға тура килгән уларға. Илдар һәм Гөлшат Ғимадовтар ғаиләһендә ҡыҙ һәм малай үҫә. Ҡыҙҙарының бер ҡулы тыумыштан үҫешмәгән. Тәүҙә ата-әсә баҙап ҡалһа, аҙаҡ бөтә көстәрен ҡыҙҙарының тормошҡа яраҡлашып китеүенә һалған. Әммә байрамда күңелһеҙләнеүҙәргә урын юҡ, ти ҡатнашыусылар. Ололар эш менән булышһа, балалар уйын майҙанында  күңел асты. Кемдәрҙер яңы һөнәрҙәр үҙләштерҙе, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашты.Бәйгеселәр баһалама ағзалары биргән аҙыҡ түлектән һәм ғаиләлә яратып бешергән  ризыҡты әҙерләргә тейеш. Быйыл конкурста республиканың 6 районынан 6 ғаилә ҡатнашты. Учалы районынан Авзаловтар үҙҙәренең милли башҡорт аштары менән баһалама ағзаларын һоҡландырһа, Илеш районынан Андиевтар милли марый ризыҡтарын тәҡдим итте.Андриевтар  ғаиләһе  башлығы ысынлап та һәр яҡтан маһир.Һунарға ла йөрөй,тәмле икмәктәр ҙә бешерә мәктәптә башҡорт телен дә уҡыта.   Конкурста атайҙар ысынлап та һәр яҡлап маһирлыҡтарын раҫланы. Жюри ағзалары уларҙың ут менән һаҡ булыуҙарын, йылдамлыҡтарын, изгелектәрен дә баһаланы, һәм бындай атайҙар барында ғаилә яҡлаулы тигән фекергә килде.  4-се тапҡыр үткәрелгән Атай һәр яҡтан маһир республика  бәйгеһендә еңеүсе һәм еңелеүселәр юҡ. Иң мөһиме бар ризыҡтар күңел йылыһы һәм мөхәббәт менән әҙерләнгән.Ғаиләлә мөмкинлектәре сикләнгән бала булыуы үҙ-үҙеңә бикләнеү, йәмғиәттән ситләшеү тигәнде аңлатмай. Киреһенсә , бөгөнгө бәйгенән күреүебеҙсә ғаилә берләшеп, оло бер көскә әйләнеп, балаға йәмғиәттә үҙ урынын табырға ярҙам итә. 

Яндекс.Метрика