“Ауыл табибы” программаһы Башҡортостанда уңышлы үтәлә

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Ауыл табибы” программаһын уңышлы үтәгән субъекттарҙы билдәләне. Улар араһында Башҡортостан да бар. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең төбәктә был программаны ғәмәлгә ашырыу ауылдарҙағы медицина ойошмаларын юғары белемле табиптар менән тәьмин итеп һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең кадрҙар мөмкинлеген нығытты. Был иһә ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү кимәлен күтәрергә мөмкинлек бирҙе. 2012-се йылда ауылдарға 610, 2013-се йылда – 275, 2014-се йылда – 50 йәш белгес эшкә ҡайтты. 935 белгестең һәммәһе лә тейешле түләүҙәрҙе алды. 2015-се йылда йәнә 100 белгескә ауыл дауаханаларына юллама биреү күҙаллана. Мәғлүм булыуынса, “Ауыл табибы” программаһы Рәсәйҙә 2012-се йылдан башлап ғәмәлгә ашырыла. Ошо ваҡыт арауығында ауыл һәм ҡасабаларға эшкә 15 мең белгес йәлеп ителгән. 2007-се йылдан 2011-се йылға тиклем ауылда табиптар һаны 4 процентҡа кәмеһә, 2012-се йылдан 2015-се йылғаса был һан 14,7 процентҡа артҡан. “Ауыл табибы’ программаһы ҡағиҙәләренә ярашлы, юлламаны быйылдан башлап 45 йәшкә тиклемге табиптарҙың да алырға хоҡуғы бар.     



Яндекс.Метрика