Ауылдаштары Фидан Мәмлиевты һуңғы юлға оҙатты

Омскийҙа емерелгән казарма янына халыҡ ағыла. Был көндә өлкәлә йәшәүсе һәр кем һәләк булғандарҙың яҡындарының һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашып ҡалырға ашыға. Фажиғә  төрлө милләт вәкилдәрен берләштерҙе. 15-се июлгә ҡарай төндә вафат булған Башҡортостан егеттәрен оборона министрлығы самолетында Өфөгә килтерҙеләр.  Махсус машиналарҙа  Фидан Мәмлиев  Саҡмағошҡа,  Ранис Алтынбаев, Рөстәм Шәйхуллин Салауат районына, Рөстәм Йомағолов Сибайға алып ҡайтып ерләнде. Саҡмағоштан Фидан Мәмлиевты ерләргә бер-нисә ауыл халҡы йыйылғайны.  Фидан Мәмлиев армияға ашҡынып бара һәм һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгеүенә ғорурланып бөтә алмай. Тик, элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәте фажиғәле өҙөлә.Фидан Мәмлиев 21 июндә мобилизациялана, ә 11 июлдә хәрби ант бирә. Шул төндә бина емерелеп төшә. Тырыш егет һөнәрселек училищеһын тамамлап, водитель һөнәрен үҙләштергән булған. Һуңынан ярты йыл самаһы ауылда эшләй. 19 йәшлек Фиданды Яңы Мортазала бик ярҙамсыл егет тип беләләр ине. Дуҫтары һәм ауылдаштары билдәләүенсә, ул хужалыҡ эштәренә оҫта булған.Фидан Мәмлиев урындағы үҙ-эшмәкәр коллективта ла ҡатнашҡан. Яҡындары билдәләүенсә, йәш егет йырларға һәм бейергә яратҡан. 



Яндекс.Метрика