Август – сәскәләр осоро

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был айҙа ҡалала сәскәләр фестивалдәре үтә. Йәйҙең иң сағыу байрамдарының береһе бер-нисә минут элек “Беренсе май” мәҙәниәт һәм ял паркында башланды. “Сәскәләр көнө” конкурсында төрлө ойошмалар, предприятиелар коллективтары сәскәләрҙән үҙенсәлекле компоцизиялар төҙөп ярыша. 

Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурста еңеүселәр дүрт номинация буйынса билдләнәсәк: Яратҡан китап геройҙары, Әкиәт биттәре буйлап, Сәскәле фантазия, Һеҙгә бәхет теләйбеҙ. Шулай уҡ, сәскәләр фестивале иртәгә Өфөнөң Октябрь районында Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында үтәсәк. Сарала мастер-кластар күрһәтеп, сәскә һауыттарын матур итеп биҙәү серҙәренә төшөндөрәсәктәр, ҡул эштәренән торған күргәҙмәләр эшләйәсәк.

Яндекс.Метрика