Автомобилде хәүефһеҙ йөрөтөү академияһы

Республикала былтыр йәш водителдәр ҡатнашлығында 597 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. 2015 йылдың  үткән 8 айы эсендә был һан 281-гә тиклем барып етә. Аварияларҙың төп сәбәбе булып башлыса бәрелештәр тора. Ошоно күҙ уңында тотоп, илебеҙҙә  “Автомобилде хәүефһеҙ йөрөтөү академияһы” социаль программа ойошторған. Уны Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларында меңәрләгән кеше уңышлы үткән. Ниһайәт, бушлай дәрестәр Өфөлә лә старт алды.

Һуңғы осорҙа йышайған юл-транспорт фажиғәләрен, ҡағиҙә боҙоуҙарҙы иҫкәртеү йәһәтенән “Автомобилде хәүефһеҙ йөрөтөү академияһы” яңы ғына руль артына ултырғандар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Практик дәрестәр илдәге климат шарттарына һәм юлдарға яраҡлашҡан. Айырыуса әле ҡышҡылыҡҡа күскән осорҙа ваҡытында тормозға баҫа белмәү аварияларға килтерә. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған тәжрибәле инструкторҙар йәштәрҙең йыш башҡарған хаталарын иҫкәртә. Ә психологтар иһә юлда фажиғәгә тарыған осраҡта үҙеңде нисек тоторға өйрәтә.Сәғәт ярым теория тыңлағандан һуң, практик күнекмәләргә күсәләр. Йәш водителдәрҙе тиҙлекте һайларға, хәүефһеҙлек ҡайышын дөрөҫ эләктерергә өйрәтәләр, автомобиль менән идара иткәндә телефон менән ҡулланыу ниндәй һөҙөмтәләргә килтереүен күрһәтәләр.Был майҙанда водителдәргә спиртлы эсемлектәр эскән килеш руль артына ултырырға ярамай икәнен аңлаталар. Бының өсөн һәр ҡатнашыусыға күҙлек кейеп ҡаршылыҡтар аша үтергә тәҡдим итәләр. Был бигерәк тә ҡыйынға төшә. Сөнки махсус күҙлек аша һин иҫерек кешенең күҙе менән күрә башлайһың.  Ысынлап та, үҙеңдә һынап, тойоу ҡарау үтемлерәк. Хатта ҡатнашыусылар эскән килеш автомобиль менән идара итмәйбеҙ тип, вәғәҙә лә бирҙе. Юлдағы хәрәкәтте хәүефһеҙ итеү маҡсатынан ойошторолған программа башҡалабыҙҙа 18-се октябргә тиклем дауам итә. 



Последние новости

Яндекс.Метрика