Баҡалы районында дельтоплан һәләкәткә осрау сәбәпле ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, фажиғә киске туғыҙҙар тирәһендә Иҫке Ҡатай ауылы янында теркәлгән. 54 йәшлек пилот һәм уның 50 йәшлек пассажиры һәләк булған. Бының сәбәптәрен Рәсәй тәфтиш комитетының Волга буйы федераль округындағы тикшереү идаралығы асыҡлай. Дельтопландың һәләкәткә тарыуының был беренсе генә осрағы түгел. Быға тиклем Ейәнсура, Туймазы райондарында ла ошондай осраҡтар теркәлгәйне.



Последние новости