Бактериофагтар: үткән заман һәм киләсәк

Йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау һәм иҫкәртеү – кешелекте борсоған иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. 20-се быуат башында,   бактериофаг препараттары төркөмө асылғас, сирҙәрҙе дауалау ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Һуңыраҡ, антибиотиктар барлыҡҡа килеү менән, бактериофагтарға иғтибар кәмей төшә, әммә бөгөн, дарыуҙар рәтендә иң хәүефһеҙ сара булараҡ, бактериофагтар сирлеләр һәм табиптар араһында йәнә киң ҡулланышҡа инә.Беҙҙең илдә бактериофагтар етештереүсе предприятиеларҙың иҫәбе бармаҡ менән генә һанарлыҡ, шулар араһында Өфөләге Иммунопрепарат берекмәһе айырым иғтибарға лайыҡ. Был вирустарҙы үҫтереү лабораторияһы 1966-сы йылда асыла, белгестәр йоғошло сирҙәрҙең киң таралған төрҙәрен юҡ итеүсе бактериофагтарҙың биологик үҙенсәлектәрен фәнни нигеҙҙә тикшерә. 90-сы йылдарҙа цехта бактериофаг препараттары ҙур күләмдәрҙә етештерелә башлай. Бер үк ваҡытта был дарыуҙарҙың сифатын камиллаштырыу, яңы төрҙәрен уйлап табыу буйынса фәнни-тикшеренеү эштәре лә алып барыла.Бактерияларҙы юҡ итеүсе танылған препарат тап ошо цехта әҙерләнә. Бактериофагты башынан алып аҙағынаса әҙерләү өсөн белгестәргә 3 ай вағыт талап ителә.  Хәмдиә Ҡоҙаҡаева бактериофагтар етештереү цехында 12 йыл эшләй. Беҙ әҙерләгән дауалау сараһы бар дарыуҙар араһында сәләмәтлек өсөн иң хәүефһеҙе, ти ул.Цехта эскерһеҙ таҙалыҡ хөкөм һөрә. Һәр лаборатория үҙенә тейешле эш барышын күҙәтә. Был реакторҙарҙа кеше организмына тап килтерелгән махсус шарттарҙа химик реакция бара. Сир ҡуҙғытыусы бактериялар фагтар һөжүменә дусар ителеп кәрәкле препарат етештереү өсөн сеймал барлыҡҡа килә. Артабан ул махсус таҙартыу үтеп һауыттарға тултырыла.  Рәмилә Тимербаева етештереү цехының тәүге баҫҡысы лаборанты. Ул дарыу әҙерләү өсөн мөһим бактерияларҙы уларға хас аҙыҡ мөхитенә сәсә.Бактериофагтар лабораторияһында донъяла өлгөләре булмаған өр-яңы препараттар сығарыу буйынса фәнни эштәр үҙ һөҙөмтәһен бирә. Энтеробактер поливалентлы бактериофагы, мәҫәлән, бөгөн етештереү өсөн барлыҡ әҙерлек этаптарын үткән. Цех етәксеһе, профессор, медицина фәндәре докторы Наталия Ворошилова фекеренсә, ғәйепһеҙгә онотолған бактериофаг препараттары бөгөн кешелек өсөн алыштырғыһыҙ дауа сараһы булараҡ үҙ данын ҡайтарырға тейеш.  Улар организмды ағыуламай, аллергия ҡуҙғытмай, иммунитетты ҡаҡшатмай ғына һауыҡтыра. Уларҙың һис кем, хатта йөклө ҡатындар менән йәш балалар өсөн дә хәүефһеҙ икәнлеге иҫбатланған. Цехтың һәм, ғөмүмән, Иммунопрепарат предприятиеһының бурысы — патент ярҙамында яҡланған яңы фәнни асыш өлгөләрен етештереү кимәленә сығарыу. 



Последние новости