Слушай Маяк! Болей за наших! - Хоккей на Маяке - 1109052913 | ГТРК «Башкортостан»

Бактериофагтар: үткән заман һәм киләсәк

Йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау һәм иҫкәртеү – кешелекте борсоған иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. 20-се быуат башында,   бактериофаг препараттары төркөмө асылғас, сирҙәрҙе дауалау ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Һуңыраҡ, антибиотиктар барлыҡҡа килеү менән, бактериофагтарға иғтибар кәмей төшә, әммә бөгөн, дарыуҙар рәтендә иң хәүефһеҙ сара булараҡ, бактериофагтар сирлеләр һәм табиптар араһында йәнә киң ҡулланышҡа инә.Беҙҙең илдә бактериофагтар етештереүсе предприятиеларҙың иҫәбе бармаҡ менән генә һанарлыҡ, шулар араһында Өфөләге Иммунопрепарат берекмәһе айырым иғтибарға лайыҡ. Был вирустарҙы үҫтереү лабораторияһы 1966-сы йылда асыла, белгестәр йоғошло сирҙәрҙең киң таралған төрҙәрен юҡ итеүсе бактериофагтарҙың биологик үҙенсәлектәрен фәнни нигеҙҙә тикшерә. 90-сы йылдарҙа цехта бактериофаг препараттары ҙур күләмдәрҙә етештерелә башлай. Бер үк ваҡытта был дарыуҙарҙың сифатын камиллаштырыу, яңы төрҙәрен уйлап табыу буйынса фәнни-тикшеренеү эштәре лә алып барыла.Бактерияларҙы юҡ итеүсе танылған препарат тап ошо цехта әҙерләнә. Бактериофагты башынан алып аҙағынаса әҙерләү өсөн белгестәргә 3 ай вағыт талап ителә.  Хәмдиә Ҡоҙаҡаева бактериофагтар етештереү цехында 12 йыл эшләй. Беҙ әҙерләгән дауалау сараһы бар дарыуҙар араһында сәләмәтлек өсөн иң хәүефһеҙе, ти ул.Цехта эскерһеҙ таҙалыҡ хөкөм һөрә. Һәр лаборатория үҙенә тейешле эш барышын күҙәтә. Был реакторҙарҙа кеше организмына тап килтерелгән махсус шарттарҙа химик реакция бара. Сир ҡуҙғытыусы бактериялар фагтар һөжүменә дусар ителеп кәрәкле препарат етештереү өсөн сеймал барлыҡҡа килә. Артабан ул махсус таҙартыу үтеп һауыттарға тултырыла.  Рәмилә Тимербаева етештереү цехының тәүге баҫҡысы лаборанты. Ул дарыу әҙерләү өсөн мөһим бактерияларҙы уларға хас аҙыҡ мөхитенә сәсә.Бактериофагтар лабораторияһында донъяла өлгөләре булмаған өр-яңы препараттар сығарыу буйынса фәнни эштәр үҙ һөҙөмтәһен бирә. Энтеробактер поливалентлы бактериофагы, мәҫәлән, бөгөн етештереү өсөн барлыҡ әҙерлек этаптарын үткән. Цех етәксеһе, профессор, медицина фәндәре докторы Наталия Ворошилова фекеренсә, ғәйепһеҙгә онотолған бактериофаг препараттары бөгөн кешелек өсөн алыштырғыһыҙ дауа сараһы булараҡ үҙ данын ҡайтарырға тейеш.  Улар организмды ағыуламай, аллергия ҡуҙғытмай, иммунитетты ҡаҡшатмай ғына һауыҡтыра. Уларҙың һис кем, хатта йөклө ҡатындар менән йәш балалар өсөн дә хәүефһеҙ икәнлеге иҫбатланған. Цехтың һәм, ғөмүмән, Иммунопрепарат предприятиеһының бурысы — патент ярҙамында яҡланған яңы фәнни асыш өлгөләрен етештереү кимәленә сығарыу. 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Башҡортостанда ҡала-ара автобус маршруттары тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ҡала-ара автобус маршруттары тергеҙелә

Оҙон блға сығыусы пассажирҙарҙың хәҙер уңайлы һәм заман талаптарына яуап биргән транспортта оҙон юлға сығыу мөмкинлеге буласаҡ. Республиканың төп автотранспорт предприятеһы “Башавтотранстың” техник базаһы яңыртыла. Ойошмаға өр-яңы 6 автобус бирелде. Нефтекамалағы заводта сығарылған машиналар Өфө...

30 июля 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров ихаталарҙы төҙөкләндереү эшен йәнә тәнҡитләне | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров ихаталарҙы төҙөкләндереү эшен йәнә тәнҡитләне

Августан һәр райондың бизнес-шерифы буласаҡ. Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарын тәғәйенләү кәрәклеген Радий Хәбиров белдергәйне. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был эште йәһәтерәк атҡарыу бурысын ҡуйҙы республика етәксеһе. Уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләһе оператив кәңәшмәнең...

30 июля 2019
Смотреть видео “Көмөш аҡбуҙат” кинофестиваленә әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

“Көмөш аҡбуҙат” кинофестиваленә әҙерлек

Август айында башҡалабыҙ йәнә халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сараны ҡаршылай. Өфөлә 4-се тапҡыр “Көмөш аҡбуҙат”кинофестивале үтә. Быйыл форумдың даирәһе киңерәк: конкурс программаһында милли, этник әҫәрҙәрҙән тыш социаль һәм мотивацион фильмдар ҙа күрһәтеләсәк. Фестиваль сиктәрендәге уникаль фильмдарҙы...

26 июля 2019
Смотреть видео Донъя һәм хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Донъя һәм хәбәрҙәре

Африка тағуны Болгарияла. Республиканың бер-нисә ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Мәҫәлән, Бра́шлен тип аталған ауылда үлемесле ауырыу илдәге иң ҙур сусҡа фермаһында табылған. Инфекция таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн фремалағы 40 меңдән ашыу сусҡаны юҡ итергә тура киләсәк.  Властар...

26 июля 2019
Смотреть видео Республиканың поликлиника һәм дауаханаларына йәш белгестәр эшкә ҡайтасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың поликлиника һәм дауаханаларына йәш белгестәр эшкә ҡайтасаҡ

Башҡорт дәүләт медицина университетының бер төркөм ординаторҙарына дипломдар тапшырылды. Тантаналы сара һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында үтте. Быйыл барлығы 667 ординатор юғары белем алыу тураһында таныҡлыҡ алды. Буласаҡ табиптарҙың күбеһе маҡсатлы йүнәлмәләр буйынса белем алған.

26 июля 2019
Смотреть видео Табип менән сәйәхәт | ГТРК «Башкортостан»

Табип менән сәйәхәт

Ошо исем аҫтында сит илдәрҙә ун йыллап үткәрелгән сараға Рәсәй ҙә ҡушылды. Сибай ҙа был социаль акциянан ситтә ҡалманы. Аҙна һайын ҡала халҡы урындағы табиптар менән бергә саф һауала йөрөргә сыға. Йәнле аралашыу файҙалы кәңәштәр менән үрелеп бара. Теләгән һәр кем баш табибы Радик Нәҙерғоловҡа һәм...

26 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда онкология сирҙәренә дусар булыусылар һаны арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда онкология сирҙәренә дусар булыусылар һаны арта

Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, яман шеш менән ауырыусылар 6,7 процентҡа күберәк теркәлгән. Был турала Республика Йортонда уҙған “Сәләмәтлек сәғәтендә” әйтелде. Башҡортостан буйынса был ҡурҡыныс исемлектең беренсе урынында Стәрлебаш районы килә. Саҡмағош, Көйөргәҙе, Федоровкала ла онкология...

26 июля 2019
Смотреть видео Мәктәпһеҙ ҡалған балалар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпһеҙ ҡалған балалар

Прокуратура Өфөнөң Кузнецов затонында мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлөшөн суд аша талап итәсәк. Бында меңәрләгән ғаилә балалары менән йәшәй, әммә, бер генә лә мәғариф учреждениеһы юҡ. Быға тиклем беҙҙең хәбәрселәр мәсьәлә тураһында бәйән иткәйне. Хәбәрҙәрҙән һуң, хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү башланы....

26 июля 2019
Смотреть видео Сәнәғәт сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Сәнәғәт сәғәте

Башҡортостандың төп сәнәғәт үҙәктәренең береһе – Октябрьскийҙа яңы проекттар бойомға ашырыла. Уларҙың барыһы ла ҡаланың  индустриаль селтәре программаһына ярашлы  үтәләсәк.  Ошо турала Республика Йортонда уҙған “Сәнәғәт сәғәте” ултырышында әйтелде. Башҡортостандың көнбайышындағы ҡала...

26 июля 2019
Смотреть видео Өфө төтөн тотҡононда | ГТРК «Башкортостан»

Өфө төтөн тотҡононда

Кисә баш ҡаланы ҡуйы томан ҡаплап алды. Белгестәр фаразлауынса, бының сәбәбе Красноярск крайындағы урман янғындары. Уттан сыҡҡан төтөн Урал һәм Волга буйына тиклем барып етеүе ихтимал. Синоптиктар баш ҡалалағы һауаны тикшерҙе һәм унда кеше һаулығы өсөн зарарлы матдәләр табылмауы тураһында хәбәр...

26 июля 2019
Смотреть видео Луиза Хәйруллина эҙенән... | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина эҙенән...

Өфөлә банк кассаһын бушатҡан сираттағы кассир суд алдына баҫты. Лилиә Аҙнабаеваға ҡарата тәүге суд ултырышы үтте. Башҡала банктарының береһенең өлкән кассиры 6 млн ярым һум аҡса урлауҙа ғәйепле тип танылды. Лилиә Аҙнабаева суд залына һыу уртлағандай бер тынһыҙ инеп ултырҙы. Өлкән кассир эштә лә...

26 июля 2019
Смотреть видео Тракторҙы кем отор? | ГТРК «Башкортостан»

Тракторҙы кем отор?

Күркәм ауыл, өлгөлө ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫта. Башҡортостан24 каналы республика ауылдарын “Алтын бишек” акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Бәйгенең тәүге этабына старт бирелде. Хәбәрҙәр Башҡортостан программаһын алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре...

25 июля 2019
Смотреть видео  Ҡымыҙ - етмеш ауырыуҙан дауа | ГТРК «Башкортостан»

Ҡымыҙ - етмеш ауырыуҙан дауа

Борон-борондан башҡорт халҡының бәрәкәтле, шифалы эсемлектәренең береһе – ҡымыҙ, айырыуса, йәй көнө тәмле була, сөнки йәйен бейәләр йәшел үлән менән туҡлана. Ә бына шифалы эсемлек ағыуға әйләнмәһен өсөн нимә эшләргә? Башҡорт тоҡомло аттары үҙҙәренең сыҙамлы булыуы менән айырыла. Дәүләкән районы Яңы...

25 июля 2019
Смотреть видео  Австрияла Башҡортостандын рәсми презентацияһы үткәреләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Австрияла Башҡортостандын рәсми презентацияһы үткәреләсәк

Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Австрияла Башҡортостандың экспорт һәм инвестиция мөмкинлеге күрһәтеләсәк. Июндә Венала Австрия Республикаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғайны. Унда Башҡортостан вәкиллеге эшләй башланы. Ул Венаның...

25 июля 2019
Смотреть видео Зоопаркта хайуандарҙың йәшәү шарттары аптырашта ҡалдыра | ГТРК «Башкортостан»

Зоопаркта хайуандарҙың йәшәү шарттары аптырашта ҡалдыра

Өфөләге күсмә зоопаркта тәрбиәләнеүсе хайуандарҙың йәшәү шарттары күп кешеләрҙе аптырашта ҡалдырҙы. Волонтерҙар ситлектәрҙең тар булыуын билдәләй. Зоопарк хужаһы иһә был проблеманы яҡшы белә. Әммә ер мәсьәләһе һаман хәл ителмәү сәбәпле, бер нимә лә эшләй алмай. Был видеояҙма интернет селтәрҙәрендә...

25 июля 2019
Смотреть видео Республикала башҡорт ҡортон үрсетеү стационары барлыҡҡа килде | ГТРК «Башкортостан»

Республикала башҡорт ҡортон үрсетеү стационары барлыҡҡа килде

Ул Ишембай районының төпкөлдә ятҡан Кәбәс ауылында урынлашҡан. Умарталыҡтың тап төпкөлдә булыуы башҡорт ҡортоноң таҙа тоҡомон һаҡлап ҡалырға һәм үрсетергә мөмкинлек бирергә тейеш. Әле биләмәлә 500-ҙән артыҡ умарта ҡуйылған. Артабан ошо нигеҙҙә башҡорт балын етештереү өсөн иң ҙур умарталыҡ булдырыу...

25 июля 2019
Смотреть видео Өфөлә бал ҡорттарының ҡырылыу сәбәптәре тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә бал ҡорттарының ҡырылыу сәбәптәре тикшерелә

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығында республика ветеринарҙары һөнәри белемдәрен камиллаштыра. Көнүҙәк темаларҙың береһе –бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы, бал ҡорттары сирҙәре һәм улар менән көрәшеү юлдары. Ветеринарҙар алдында Рәсәй ветеринария үҙәге директоры, ветеринария фәндәре кандидаты...

25 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә

Һигеҙенсе сентябрҙә республика халҡы Башҡортостан башлығын һайлап, урындағы советтарға үҙ вәкилдәрен билдәләй.  Республикала әле 3  миллион 49  мең кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә. Электорат һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй субьекттарында тәүге урындарҙа килә. Быйылғы “Берҙәм тауыш...

25 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек башланды

Башҡортостанда 2020 йылда республикала 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса саралар планы раҫланды. Ошо туралағы күрһәтмәгә республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.Документҡа ярашлы, һуғыш инвалидтарының һәм унда ҡатнашыусыларҙың...

25 июля 2019
Смотреть видео  «К-Врачу» мобиль ҡушымта эшләй башланы | ГТРК «Башкортостан»

«К-Врачу» мобиль ҡушымта эшләй башланы

Республикала Берҙәм медицина порталының «К-Врачу» мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы. ушымта менән теркәлеүһеҙ ҡулланырға мөмкин. Шәхси кабинетҡа инеү өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталының логинын һәм паролен яҙырға кәрәк. Сервис аша үҙең нығытылған медицина учреждениеһын иҫәпкә алып табипҡа яҙылырға,...

24 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда йомшаҡ сырҙар етештереләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йомшаҡ сырҙар етештереләсәк

Бәләбәйҙә урындағы һөт комбинатында  буласаҡ заводтың нигеҙ ташын һалыу тантанаһы үтте. Унда республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты. Эш сәфәре барышында Радий Фәрит улы Дәүләкән ҡалаһы һәм районының социаль-иҡтисади хәле менән яҡындан танышты. Бәләбәй ҡалаһы тәү сиратта үҙенең тәмле...

24 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостан «Мәғариф» милли проекты буйынса федераль субсидия аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан «Мәғариф» милли проекты буйынса федераль субсидия аласаҡ

Рәсәй мәғариф министрлығы «Мәғариф» милли проектында ҡаралған сараларын тормошҡа ашырыу буйынса 2020-2022 йылдарға гранттар биреүгә асыҡ конкурс үткәргәйне. Унда республиканан бирелгән барлыҡ һигеҙ ғариза ла еңеп сыҡты. Өс йыл эсендә республикала цифралы һәм гуманитар профилле 133 «Үҫеш нөктәһе»...

24 июля 2019
Смотреть видео Тракторҙы кем отор? | ГТРК «Башкортостан»

Тракторҙы кем отор?

Йәйен дә, ҡышын да кәрәкле техника. “АгроСпецПрогресс Өфө” компанияһы заманса, универсаль техника тәҡдим итә. Баҡса һөрөү, бесән сабыу, йөк ташыу, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу. Ғөмүмән ауылдағы бар эш өсөн бер техника. Ауылда техниканың төрлөһө кәрәк. Ҡул-алмашҡа башҡарғанда ла техника булһа күпкә...

23 июля 2019
Яндекс.Метрика