Балаҡатай районында яңы балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ

150 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы республика көнөнә сафҡа индерелергә тейеш. Социаль объект ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән, уға 2014 йылда нигеҙ һалынған. Әле балалар баҡсаһында һуңғы эштәр бара. Төҙөүселәр ҡоймаларҙы һәм тирә-яҡты тәртипкә килтерә. Урындағы хакимиәттән белдереүҙәренсә, район үҙәгендә 107 бала бала сиратта тора. Мәғариф учреждениеһы эсендә лә эштәр тамамланыу алдында. Белгестәр һыу үткәрә, социаль объектты дөйөм селтәрҙәргә тоташтыра. Бина заманса талаптарға яуап бирә. Беренсе ҡатта ашхана, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр, ә икенсе ҡатта йоҡлау һәм уйнау бүлмәләре урынлашасаҡ. Балалар баҡсаһының үҙенсәлеге лә бар. Балалар баҡсаһын төҙөү һәм тирә-яғын тәртипкә килтереү өсөн район ҡаҙнаһынан 112 миллион һум аҡса бүленгән. Был сығымдар үҙен аҡлар тип көтөлә. Сөнки, Яңы Балаҡатай ауылында 400-ҙән ашыу урынға иҫәпләнгән биҫтә төҙөлә. Уларҙың 200-гә яҡыны күп балалы ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән.



Яндекс.Метрика