Балалар конкурсына йомғаҡ яһалды

Өфө сәнғәт галереяһында Александр Тюлькин исемендәге балалар һынлы сәнғәт ижадының Бөтә Рәсәй бәйгеһе еңеүселәрен билдәләнеләр. Диана рәсем төшөрөү менән бәләкәйҙән шөғөлләнә. Әле уға 7 генә йәш, шуға ҡарамаҫтан, ул халыҡ-ара бәйгеләр еңеүсеһе. Июлдә Болгарияла “Үҙ еремдә” балалар рәсеме бәйгеһендә 47 илдең йәш  рәссамдары араһында 2-се дәрәжә лауреат исемен яулаған. Александр Тюлькин исемендәге балалар һынлы сәнғәт ижадының Бөтә Рәсәй бәйгеһендә ҡыҙ диплом менән бүләкләнде.  12 тапҡыр ойошторолған йәш рәссамдар бәйгеһенең баһалама комиссияһы алдында етди мәсьәлә килеп тыуа. Уларға 1500 эш араһынан тик 250-һен һайлап алырға тура килә.Еңеүселәрҙе билдәләүгә бер аҙна ваҡыт китә. Ул осор эсендә бәхәсләшеп тә бөттөк, тип йылмая жюри ағзалары.Шулай итеп, Шишмә сәнғәт мәктәбе тәрбиләнеүсеһе, 11 йәшлек Азалия Ноғомановаға бәхет йылмайҙы.  Ул еңеү яуланы.Бәйгегә живопись, графика, скульптура, биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре ҡабул ителгән. Башҡортостан рәссамдары живопись өлкәһендә көслөләрҙән һаналһа, үҫеп килгән быуын графикала ҙур оҫталыҡ күрһәтә, тип белдерә жюри ағзалары һәм һынлы сәнғәткә ҡыҙыҡһыныуҙың үҫә барыуын билдәләй.. Александр Тюлькин исемендәге балалар һынлы сәнғәт ижадының Бөтә Рәсәй бәйгеһе еңеүселәренең күргәҙмәһе Өфө сәнғәт галереяһында 4 сентябргә тиклем барасаҡ. Шулай уҡ уларҙы һынлы сәнғәт һөйөүселәр махсус каталогта күрә ала.



Последние новости