Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә

Светлана Ишбулдина Ейәнсура районынан килгән. Быйыл туғыҙынсы синыфҡа барыусы ҡыҙы Наҙгөлгә бергәләп кейем һайлайҙар. Бар кәрәк –яраҡтарҙы ла алдан хәстәрләп ҡуйыу мөһим, ти Светлана ханым.

Әлбиттә, балаларҙы мәктәпкә йыйыу ябай мәсьәлә түгел. Ата- әсәләр кибеткә сығыр алдынан исемлек төҙөргә мәжбүр.

Кейем һайлағанда иһә, мәктәп йә гимназияларҙың талабынан сығып эш итергә кәрәк. Етештереүсе мөһим булмаһа, махсус йәрминкәләрҙән һайларға мөмкин. Бында уҡыусылар өсөн костюмдар 2 мең  100 һумдан алып 5 мең һумғаса, ҡыҙҙар формаһын 800-ҙән 2 мең 500 һумға тиклем, блузкалар 600-1200, алъяпҡыстарҙы 700-1000 һумға һатып алырға мөмкин. Спорт кейеме яҡынса мең ярымдан алып өс меңгә тиклем тора.  

Мәктәп уҡыусылары өсөн әле иң ҡыҙыу мәл. Уҡыу башланырға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Ата-әсәләр уҡыу кәрәк-яраҡтарын, кейем-һалымды алдан хәстәрләп ҡуйырға тырыша. Бер баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн генә кәмендә 15-20 мең аҡса кәрәк. Ғаиләлә бер-нисә уҡыусы булһа был сумма ике-өс тапҡырға артығыраҡ килеп сыға.

Ҡайһы бер ата-әсәләр бала тиҙ үҫә тип арзаныраҡ кейем алһа, бәғзеләре ҡиммәтле булһа ла тәбиғи   туҡыманан тегелгәнен һайлай. Һатыусылар әйтеүенсә, хаҡтар былтырғыға ҡарағанда әллә ни артмаған.

Ата-әсәләр  балалары  өсөн ниндәй генә кейем һайлаһа ла,  15- 20 мең һум  аҡсаһын сарыф итергә тура киләсәк. Белем үрҙәрен яулау йылдан-йыл ҡатмарлаша. 

 

Яндекс.Метрика