Банктың артабанғы яҙмышы нисек

Башҡортостандағы иң ҙур банктарҙың береһе – Социнвестбанк унынсы августҡа тиклем эшләмәйәсәк. Был турала финанс ойошманың рәсми сайтында хәбәр ителә. Аңлашылмаусанлыҡты банк вәкилдәре техник сәбәптәргә бәйләй. Финанс ойошманы артабан ниндәй яҙмыш көтә? Социнвестбанк иң ҙур һәм тотороҡло эшләп килгән финанс ойошмаларының береһе ине. Шунлыҡтан үҙенең шәхси эшен асҡанда Алевтина Исакова алдында ниндәй банкта иҫәп асырға тигән һорау тыумай. Әммә бөгөн уның бизнесы ҡурҡыныс аҫтында. Балаларға баҡсала шөғөлләнеү өсөн методик әсбаптар һатып алырға, тәрбиәселәргә эш хаҡы түләргә кәрәк. Тик ышаныслы тигән банкта яуап бирергә лә теләмәйҙәр. Социнвестбанк тағы ла 10-сы авгусҡа тиклем эшмәкәрлеген туҡтатып тороуын хәбәр итә. Клиенттар иһә банк офистары ишеге алдын тапарға мәжбүр.Ҡануниәткә ярашлы, әгәр банк 2 аҙна дауамында бер ниндәй финанс операциялар башҡармай икән Үҙәк банк уның лицензияһын тартып алырға бурыслы. Социнвестбанктың хәле лә ошо ваҡыт арауығына яҡынлаша. Әммә банктың әле яңынан эшләп китеүенә ышаныс бар, ти иҡтисад белгестәре.6 август көнө Социнвестбантың эше буйынса Үҙәк банк үҙенең ҡарарын сығарҙы.  Уға ярашлы банк менән ваҡытлыса идара итеүсе хакимиәт тәғәйенләнде. Ә акционерҙар һәм кредит ойошмаһынының идара итеүсе ағзалары эштән ситләтелде. Банктың бөгөнгө хәле иң беренсе уның абруйына насар йоғонто яһай. Әммә  Үҙәк банктың ҡарарын иҫәпкә алғанда, әлегә ойошмаға Дәүләт финанс ярҙамы күрһәтеп, түләй алыу һәләтен тергеҙер тигән өмөт бар, ти ббелгестәр.Банкта аҡсалары һаҡланған вкладсыларға борсолорға урын юҡ, ти белгестәр. Әгәр банк бөлгөнлөк хәлендә ҡалһа, 1 миллон 400 мең һумға тиклем вклад кире ҡайтарыласаҡ. Юридик шәхестәргә иһә бер аҙ  оҙағыраҡ көтөргә тура киләсәк. Һәр хәлдә банк эшмәкәрлеген өйрәнеүселәр был ҡатмарлы хәлдән сығыуҙың бер нисә юлын күрә. Вкладтарҙы страховкалаусы агентлыҡ банктың хәлен эстән өйрәнеп үҙенең ҡарарын сығарасаҡ. Әлегә вкладсыларға түҙемлектәрен туплап йәнә көтөргә генә ҡала.

Яндекс.Метрика