Баш ҡала халҡы торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙең артыуына зарлана

„Өфө юлы„ урамында йәшәүселәргә уртаса 1 мең һумға артып квитанциялар килгән. Фатир хужалары әйтеүенсә, тарифтар бер нисә процентҡа ғына күтәрелһә лә, түләүҙәр ай һайын арта бара. Ни өсөн ошондай хәл килеп тыуған. Нәзилә Абдрахманова күптәнән хаҡлы ялда һәм пенсияһын тинләп кенә тотона. Октябрь айында торлаҡ-коммуналь түләүҙәр 1 мең 200 һумға артҡас, оло ҡатын хәҙер нимә эшләргә белмәй.Пенсионерҙың башҡа фатир хужалары кеүек түҙемлеге бөткән. Ул берҙәм иҫәп-касса үҙәгендә лә яҡлау һәм аңлау тапмағас, хәҙер республика етәкселегенә мөрәжәғәт итә.Торлаҡ-коммуналь түләүҙәр уртаса 1 мең һумға артҡан. Квитанцияларҙа яҙылыуынса, күберәген дөйөм йорт сығымдары ҡиммәтләнгән. „Өфө юлы„ урамындағы 33-сө, 35-се, 37-се һәм 37 кәсер 1 йорттарын күптәнән хеҙмәтләндермәгәндәр. Мәҫәлән, беҙ килер алдынан ғына подъездарҙы таҙартып сыҡҡандар һәм сүп-сар ташыусы техника килде. Бынан тыш, подъездарҙа электр яҡтыртҡыстар, йылылыҡ юҡ, стеналар емерелә.Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр подъезд эстәрен генә түгел, йорт тирәләрен дә тәртиптә тотмай. Йорт янында ҡапҡасы булмаған канализация ҡоҙоғо бар. Унда балалар төшөп китмәһен өсөн фатир хужалары таҡта һалып ҡуйған /открываю люк/ һәм ошондай ҡоҙоҡтар бер нисәү.Быға тиклем „Өфө юлы„ урамындағы йорттарҙа йылы булмаған. Ошо мәсьәләне асыҡлар өсөн беҙҙең хәбәрселәр Орджоникидзе районының торлаҡ хужалығы идаралығы етәкселегенә мөрәжәғәт итте. Тик, улар эш урынында булмай сыҡты. Һуңынан беҙ йортта йәшәүселәр менән осрашыуға барғас, хужалар тиҙ арала килеп етте. Ләкин, нимә өсөн торлаҡ-коммуналь түләүҙәр артҡанын ентекләп аңлата алманы. Фатир хужалары билдәләүенсә, уларға торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙе законһыҙ арттырғандар. Йәғни, еңел генә кеше иҫәбенә үҙ кәҫәһен ҡалынайтырға теләйҙәр. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ваҡиға буйынса тикшереү үткәрер һәм кешеләрҙе айышына төшөндөрөр, тип ышана йорт хужалары.



Последние новости