Баш ҡалала 9 фатирлы йортто бер кем дә хеҙмәтләндермәй

Баш ҡаланың Дим районында урынлашҡан йорттарҙың береһендә һыу, газ һәм сүп-сар ташлар өсөн һауыттар юҡ. 9 фатирлы торлаҡты ярты йыл самаһы бер кем дә хеҙмәтләндермәй. Йорт хужалары әйтеүенсә, аҡса түләүгә ҡарамаҫтан, идарасы компания тирә-яҡты тәртиптә тоторға теләмәй. Ойошма, иһә киреһенсә, фатирҙа йәшәүселәрҙе ғәйепләй.

Рәҡиә Ғәниева алған һыу эсергә яраҡһыҙ. Йорт янындағы ҡоҙоҡта сүп-сарҙан тыш, ҙур ҡалдыҡтар ҙа йөҙөп йөрөй. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы үткәргән тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, һыуҙа зарарлы матдәләр табылған. Әммә, кешеләр уның менән файҙаланырға мәжбүр.

Кешеләр көнкүрештә ҡулланыр өсөн ямғыр һыуын да файҙалана. Бының өсөн ҡыйыҡ аҫтарына һауыттар ҡуйып сыҡҡандар. Ә таҙа һыуҙы Дим биҫтәһенән ташыйҙар. Арауыҡ 4-5 саҡрым самаһы. Һыу мәсьәләһе бер проблема булһа, икенсеһе – нигеҙҙең насар булыуы арҡаһында йортта иҙәндәр һыуыҡ, стеналары гипсокартондан эшләнгәс, ел уйнай, бынан тыш, сысҡандар һәм башҡа кимереүселәр эйәләшкән. Регина Степанова ике балаһы һәм ире менән бәләкәй генә фатирҙа йәшәргә мәжбүр. 13 квадрат метр бүлмәлә электр энергияһынан тыш, бер ниндәй ҙә уңайлыҡтар юҡ. Ә торлаҡ-коммуналь түләүҙәр ҙур суммаға килә. Барлыҡ фатир хужалары ла электр энергияһы өсөн күпме түләргә тейештәре хаҡында белмәй. Ә бүлмәләрендә иҫәпләүсе ҡорамалдар ҡуйылған, тик, хаҡтары икенсе төрлө билдәләнә. Йорт янында элек башҡа өйҙәр ҙә булған. Торлаҡ иҫкереү сәбәпле унда йәшәүселәрҙе күсереп бөткәндәр. Ә был йорт урынында бер нисә йыл элек иҫкеһе торған, ул янғас, урынына яңыһын төҙөгәндәр. Тик, торлаҡ йәшәргә яраҡһыҙ, тиерлек.  Балаларға уйнарға майҙансыҡ юҡ. Улар төҙөлөш материалдары өҫтөндә йөрөргә мәжбүр. Ә йорт янынан ғына юл үтә. Унан еңел автомобилдәрҙән тыш, йөк машиналары һәм махсус техника йөрөй. Йорт хужалары, шул иҫәптән балалар, бәҙрәфкә барыр өсөн юл аша сығырға тейеш.  Ярты йыл элек идарасы компания йортто хеҙмәтләндереүҙе туҡтатҡан. Хәҙер, кешеләр сүп-сарҙы үҙҙәре сүплеккә алып барып ташлай. Торлаҡ хужалығы менән идара итеүсе ойошма етәксеһе урынбаҫары Раушан Даянов әйтеүенсә, йортта йәшәүселәр йыйылыш үткәреп, үҙҙәре хеҙмәтләндереүсе компаниянан баш тартыу тураһында ҡарар ҡабул иткән һәм аҡса түләргә теләмәйҙәр. Тикшереүсе органдар мәсьәләне бер нисә йыл күҙәтә. Башҡортостандың торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты махсус ҡарар ҙа сығарған. Фатир хужаларының бер нисәүһе генә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратҡа баҫҡан. Ә бөтәһен дә күсереү өсөн йортто авария хәлендә, тип танырға кәрәк. Был эш менән бойондороҡһоҙ ойошмалар шөғөлләнә. Ғаиләләргә үҙҙәренә әүҙемерәк булырға кәрәк, тип кәңәш бирә, урындағы властар. Хакимиәттән белдереүҙәренсә, Дружная урамында йәшәүселәрҙең тиҙҙән һыу мәсьәләһе хәл ителәсәк. Проект әҙерләгәндәр, бер нисә аҙнанан Александровка ауылынан һыу үткәргес һуҙа башлаясаҡтар. Был проблеманы беҙҙең хәбәрселәр бер нисә йыл элек тә ҡуҙғатҡайны. Тик ул шул килеш ҡала бирә. 

Яндекс.Метрика