Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡала юғары белем биреү йорттарында документтар ҡабул ителә башланы

Тәүгеләрҙән булып абитуриенттар өсөн Башҡорт Дәүләт педагогия университеты үҙ ишектәрен асты. Ҡабул итеү комиссиялары 20-се июндә рәсмиэшләй башлай, мәктәп уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен көтөп алғансы иһә колледж һәм башҡа уҡыу йортон тамамлаусылар документтарын бөгөндән тапшыра ала. Йәштәрҙе иң ҡыҙыҡһындырған факультет информатика булыуына ҡарамаҫтан башҡа бүлектәр ҙә ихтыяждан файҙалана. Ҡабул итеү комиссияларының эшендә быйыл бер ти тиклем үҙгәрештәр бар. Уҡырға  ингәндә абитуриенттың шәхси ҡаҙаныштары иҫәпкә алына, йәғни, хеҙмәт һәм оборонаға әҙер, тигән билдәһе бар икән ике, мәктәпте тик бишлегә тамамлаһа – биш балл өҫтәлә. 

До отключения аналогового телевидения в Башкортостане осталось:

Яндекс.Метрика