Башҡорт Дәүләт опера һәм балет театры янында үҙенсәлекле Ете ҡыҙ фонтанын асыу тантанаһы үтте

Гүйә фонтандан урғылған һыуға шатланғандай, ете ҡыҙҙың шатлыҡ йәштәре күктән ямғыр булып һибелде. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янындағы башҡорт халҡының фонтанын асыу тантанаһы үтте. Башҡала халҡы түҙемһеҙләнеп көткән ваҡиға – “Ете ҡыҙ” фонтанынан  ниһайәт һыу урғылды.  Олоһо ла, кесеһе лә – берҙәй шатланып  күҙәтте был күренеште. Халыҡтың ҡыуанысын бүлешергә төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов, Өфө ҡала хакимиәте Ирек Ялалов та  килгәйне. Гүйә фонтандан урғылған һыуға шатланғандай, ете ҡыҙҙың шатлыҡ йәштәре күктән ямғыр булып һибелде. Халыҡ иһә таралырға ашыҡманы. Ете ҡыҙҙың аяныслы яҙмышына бағышланған халыҡ йыры, риүәйәт һәм легендалар – башҡорт халҡының рухи ҡомартҡыһы. Ф. Ғәскәров сәхнәгә ҡуйған, башҡорт  хореографияһының өлгөһөнә әйләнгән, шулай уҡ,  Игорь Моисеев ансамбле репертуарына ингән мәш¬һүр «Ете ҡыҙ» бейеүе лә  сафлыҡтары өсөн ғүмерен биргән һылыуҙарҙың образдарын мәңгеләштерә. Күк йөҙөндә йондоҙ булып балҡыған һылыуҙар, хәҙер башҡаланың иң күркәм урындарының береһендә лә йәшәй. Ике метр бейеклегендәге бронзанан яһалған «Ете ҡыҙ» фонтанының  скульптура композицияһы төрлө төҫтәрҙә нурланып,  урамды моңға сорнай.  Фонтан эргәһендәге экранда билдәле лирик бейеү күрһәтелә. Ҙур әҙерлек менән ҡаршы алған саммиттар ваҡытында “Ете ҡыҙ” фонтаны Башҡортостандың милли үҙенсәлеген  көсәйтәсәк.



Последние новости

Яндекс.Метрика