Башҡортостан ауылдарында Шос һәм Брикс илдәренең халыҡ көйҙәре яңғырай.

Учалы районында „Ауышкүл йәшмәләре„ тип аталған үҙенсәлекле ансамбль биҙрә сиртеп сит ил йырҙарын башҡара. Көнкүрештә ҡулланылған биҙрәләрҙе Иҫке Байрамғол ауылы ағинәйҙәре музыка ҡоралына әйләндергән. Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылындағы Ауышкүл йәшмәләре халыҡ ансамбле милли көйҙәрҙе генә түгел, ә ламбаданы ла оҫта итеп башҡара. Ошо көндәрҙә улар тәбиғәт ҡосағына сыҡты, ә халҡыбыҙҙа табындар йыр-моңһоҙ үтмәй. Бынан тыш, сәбәбе лә бар. Халҡыбыҙ ҡунаҡсыллығы менән дан тота. Борондан ата-бабаларыбыҙ һәр бер кешене аш-һыу менән ҡаршы алған. Был юлы ла ағинәйҙәр ҡаҙанда аш бешерҙе, боронғо самауырҙа сәй ҡайнатты.Ауышкүл йәшмәләре ансамбленә сит ил көйҙәре еңел бирелә. Улар үзбәк, әзербайжан йырҙарын да отоп алған.  Ағинәйҙәр биҙрә сиртеп, көй сығарыуҙың серен йәшермәй. Бының өсөн моң һәм оҫталыҡ талап ителә, ти Римма Байрамғолова.Ансамбль яңыраҡ ҡына ойошторолоуға ҡарамаҫтан, халыҡ араһында танылыу яулап өлгөргән. Ысынлап та, ағинәйҙәр йәштәрҙе лә, ололарҙы дәртләндерә белә. Был эштә уларға заман технологиялары ярҙам итә.Элек ауылдарҙа хәҙерге музыка ҡоралдары булмау сәбәпле, биҙрә сиртеп, ҡурай, ҡумыҙ уйнап күңел асҡандар. Һуңынан, гармун баян күпләп сығарыла башлаһа ла, халыҡтың уны һатып алырға аҡсаһы етмәгән. Гармун хаҡы ла бер баш кәзәгә тиң булған.80 йәшлек Рауза Казбекованың биҙәүестәренә 200 йыл самаһы. Ваҡытында инәйгә уларҙы өләсәһенең өләсәһе мираҫ итеп ҡалдырған. Йәш сағынан уҡ, Рауза инәй биҙәүестәрен байрамдарға ғына таға. Ағинәйҙәр һәр бер концертҡа ентекле әҙерләнә. Сөнки, баһаны төшөрөргә ярамай. Ансамблдең сығыштарын урындағы халыҡ та көтөп ала. 

Яндекс.Метрика