“Башҡортостан” Дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы мәғлүмәт даирәһен киңәйтә

Бөгөн Рәсәй-Культура каналында төбәк тапшырыуҙары яңынан сыға башланы. Театр премьералары, гастролдәр, күргәҙмәләр, концерттар, тамашалар, әҙәбиәт өлкәһендәге яңылыҡтар һәм төрлө фестивалдәрҙән  репортаждар-каналдың төп йүнәлешен билдәләйәсәк.Сағыу алып барыусыларҙан, тәжрибәле мөхәррирҙәр, режиссерҙар, хәбәрселәрҙән торған ижади төркөм тамашасыларына республика мәҙәниәтендәге мөһим ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булыу мөмкинлеген бирәсәк. Бының өсөн улар байтаҡ яңы проекттар әҙерләгән.Быға тиклем Рәсәй-24 каналында “Мәҙәниәт хәбәрҙәре” эфирға  сыҡты. Артабан да тапшырыу дауам итәсәк. Ә Рәсәй-культура каналында тағы ла тулыраҡ мәғлүмәт менән төрлө программалар үҙенең тамашасыһын көтә. 

Яндекс.Метрика