“Башҡортостан” Дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы мәғлүмәт даирәһен киңәйтә

Рәсәй-Культура каналында төбәк тапшырыуҙары яңынан сыға башланы. Ижади төркөмдөң  һөйөнөсөн уртаҡлашыу йәһәтенән телеүҙәккә мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды.Күтәренке кәйеф һәм киләсәккә ҡыйыу өмөттәр. Рәсәй-Культура каналында йәнә Башҡортостан мәҙәниәте өсөн дә ваҡыт бүленеүе – ысынлап та һөйөнөслө ваҡиға. Рәсәй-Культура каналының алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы Владислав Флярковский  һөйөнөслө ваҡиғаны ишетеп, Мәскәүҙән килеп еткән. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы өсөн был көн икеләтә иҫтәлекле: бер яҡтан яңы мөмкинлектәр асылһа, икенсе яҡтан, тап ошо көндө компанияның абруйлы хеҙмәткәре, телевизор ҡараусылар һәм радио тыңлаусылар яратҡан диктор Наилә Ғәләүетдинованың ижади юбилейы. Театр премьералары, гастролдәр, күргәҙмәләр, концерттар, тамашалар, әҙәбиәт өлкәһендәге яңылыҡтар һәм төрлө фестивалдәрҙән  репортаждар каналдың төп йүнәлешен билдәләйәсәк.Сағыу алып барыусыларҙан, тәжрибәле мөхәррирҙәр, режиссерҙар, хәбәрселәрҙән торған ижади төркөм   тамашасыларына республика мәҙәниәтендәге мөһим ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булыу мөмкинлеген бирәсәк. Бының өсөн улар байтаҡ яңы проекттар әҙерләгән.Быға тиклем Рәсәй-24 каналында “Мәҙәниәт хәбәрҙәре” эфирға  сыҡты. Артабан да тапшырыу дауам итәсәк. Ә Рәсәй-культура каналында тағы ла тулыраҡ мәғлүмәт менән төрлө программалар үҙенең тамашасыһын көтә. 

Яндекс.Метрика