Башҡортостан федераль бюджеттан 322,4 миллион һум аласаҡ

2015 йылда Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн газда эшләгән автобустар һәм техника һатып алыуға федераль бюджеттан 322,4 миллион һум аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 23 төбәк 3 миллиард һумлыҡ субсидия ала. Аҡса «Сәнәғәтте үҫтереү һәм уның конкурентлыҡ һәләтен күтәреү» федераль дәүләт программаһы сиктәрендә бүленә.  Былтыр Башҡортостанға был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 72 миллион, республика ҡаҙнаһынан 30 миллион һум аҡса йүнәлтелгәйне. 

Яндекс.Метрика