Башҡортостан менән ШОС дәүләттәре араһында тауар әйләнеше ике тапҡырға артырға тейеш

Был турала Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Раша Тодэй телеканалына интервью барышында белдерҙе. Әле Башҡортостандың сит дәүләттәр менән тауар әйләнеше 15 миллиард долларға етә, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре менән сауҙа әйләнеше ни бары 1 миллиард. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, алдағы 3-4 йыл эсендә был күрһәткесте ике тапҡырға арттырыу маҡсаты тора. Төбәк башлығы Башҡортостандың Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Һиндостан менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Саммиттар хеҙмәттәшлеккә көслө этәргес бирергә тейеш, тине республика президенты. Өфө иһә ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә тулыһынса әҙер.

Яндекс.Метрика