Башҡортостан суверенитетына 25 йыл

Башҡортостан Рәсәйҙең федератив моделгә күсеүенә ҙур өлөш индергән. Бөгөн Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай йортонда ғалимдар һәм депутаттар ҡатнашлығында бөгөнгө Рәсәйҙең федерализм мәсьәләләре, дәүләттең төбәктәр менән үҙ-ара бәйләнеше темаһына арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Бөгөн донъяла 23 дәүләт федератив ҡоролош буйынса йәшәй, Рәсәй башҡаларҙан айырмалы күп милләтле федерализм принцибын һайлаған. Башҡортостан был ҡоролошҡа тәүгеләрҙән нигеҙ һала. Бөгөн дә республика үҙәк менән төбәктәр араһында бәйләнештәрҙе системалаштырыу эшендә әүҙем эш алып бара.  Конференцияла ҡатнашыусылар билдәләүенсә, ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙы үтеп сығыуҙа федератив ҡоролошло дәүләткә күпкә еңелерәк буласаҡ. Айырым вәкәләттәрҙе төбәктәргә ҡайтарыу ҙа теге йәки был шарттарға тиҙ яраҡлашыу яғынан отошло. 



Последние новости

Яндекс.Метрика